Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Ноябрь 2021, 16:15

Һаумыһығыҙ! Мин - иҫәп алыусы!

" Ҡыҫҡаһы, һәр бер ишек артында төрлө яҙмыш, төрлө тормош һуҡмағынан үткән кеше ғүмере. Бер-береһенә һис тә оҡшамаған уларҙың үҙ дәүләте. Кемеһе балалары менән мәж килеп йәшәһә, икенсеһендә тыныслыҡ хөкөм һөрә. Бына был йортта миңә яңғыҙ әсә ишек асты. Биш балаға ғүмер биреп, уҡытып, тормош юлына баҫтырған инәй бөгөн яңғыҙы ғүмер итә. Юҡ-юҡ, тормош иптәше лә, балалары ла үҙ теләктәре менән ташлап китмәгән уны, ә ғүмерҙәре шулай ҡыҫҡа булған. Үҙенән алда ҡәҙерле кешеләрен ер ҡуйынына оҙатҡан әсәнең хәсрәттәре сикһеҙ ине. “Балаларың”, “Тәүге балаңдың тыуған йылы” тигән һорауҙарҙы биргән саҡта күҙ йәштәренә ирек биргән ханымдан, ҡайғыларын яңыртҡан өсөн, ғәфү үтенергә тура килде..."

Бөгөн илдә мөһим сәйәси сара - Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бара. Уның мөһимлеген күптәр дөрөҫ аңлап ҡабул итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хата фекер йөрөтөүселәр ҙә бар. Беҙҙең баймаҡтар был сараны нисек ҡабул итә? Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашамы? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, халыҡ иҫәбен алыусылар рәтенә баҫтым.

Дөрөҫ, уның өсөн тәү сиратта өс көн буйына уҡырға тура килде. Тест һорауҙарына яуап биргәс кенә ҡулыма таныҡлыҡ тотторҙолар. Башҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә, быйыл иҫәп алыу ҡағыҙҙарҙа түгел, ә планшетта тултырыла. Унда ингән мәғлүмәт туранан-тура Росстатҡа китә. Шуның өсөн дә хаталаныу ғәфү ителмәй.

18 октябрь. Махсус тамғалар ҡуйылған жилетты кейеп, шарф тағып, таныҡлығымды элеп, ҡулыма планшетты алып, беренсе өйҙөң ишеген шаҡыным:

- Һаумыһығыҙ! Мин иҫәп алыусы!..

Йәшермәйем, тәүҙә ҡурҡыу тойғоһо көслө булды. Мине нисек ҡабул итерҙәр, ҡыуып сығармаҫтармы, ишектәрен асырҙармы... Башымда мең төрлө һорау ҡайнаны. Бәхеткә күрә, беренсе фатирҙағы оло йәштәге хужалар мине күптән көткән ҡунаҡтары кеүек ҡаршы алды. Һорауҙарға яуап алғансы, үҙҙәре хаҡында тулы мәғлүмәт тә биреп өлгөрҙөләр. Сит тарафтан килен булып төшкән ханым, Баймаҡ ерлегенә “таштай батып”, балалар үҫтереп, намыҫлы хеҙмәт итеп, әле хаҡлы ялда икән. “Баймаҡ егетенә кейәүгә сығып, ғүмерем шатлыҡ-ҡыуаныста ғына үтте”, - тине ул. Сит милләттән булған инәй, мосолман динен ҡабул итеп, үҙен “башҡорт” тип яҙыуҙы һораны.

Тәүге фатирҙан шундай ҡыуанып, дәрт алып, икеләнеүҙәремде юҡҡа сығарып, икенсеһенең ишегенә үрелдем... Бында иһә мине һауанан ергә төшөрҙөләр. Иҫәп алыусы икәнемде белгән ҡап-ҡара башҡорт ҡатыны танау осомда ғына ишеген “шарт” ябып: “Индермәйем!” - тип яу һалды. Бер нисек тә бәйләнешкә инергә теләмәгән ҡатын менән хушлашып, ары киттем. Ярай, төрлө осраҡтар була инде, тип үҙемде йыуатып, киләһе ишеккә шаҡыным. Бында ла мине матур мөнәсәбәттә булып, һөйөндөрөп сығарҙылар. Артабан тағы ла мине бер мажара көткән икән: әйҙә үтегеҙ, тип фатирына индергән бер фатир хужаһының һүҙен йығып, хужабикәнең тамаҡ төбөнән яр һалып ҡысҡырыуына сығып ҡасҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Йәнәһе лә, беҙ вирус таратып йөрөүселәр.

Ҡыҫҡаһы, һәр бер ишек артында төрлө яҙмыш, төрлө тормош һуҡмағынан үткән кеше ғүмере. Бер-береһенә һис тә оҡшамаған уларҙың үҙ дәүләте. Кемеһе балалары менән мәж килеп йәшәһә, икенсеһендә тыныслыҡ хөкөм һөрә.

Бына был йортта миңә яңғыҙ әсә ишек асты. Биш балаға ғүмер биреп, уҡытып, тормош юлына баҫтырған инәй бөгөн яңғыҙы ғүмер итә. Юҡ-юҡ, тормош иптәше лә, балалары ла үҙ теләктәре менән ташлап китмәгән уны, ә ғүмерҙәре шулай ҡыҫҡа булған. Үҙенән алда ҡәҙерле кешеләрен ер ҡуйынына оҙатҡан әсәнең хәсрәттәре сикһеҙ ине. “Балаларың”, “Тәүге балаңдың тыуған йылы” тигән һорауҙарҙы биргән саҡта күҙ йәштәренә ирек биргән ханымдан, ҡайғыларын яңыртҡан өсөн, ғәфү үтенергә тура килде.

Тыштан уҡ шат балалар тауышы яңғырап ишетелгән был йортҡа барып инеүе шундай күңелле ине. Хужабикә киске аш бешереп, плитә эргәһендә мәж килеп ҡоймаҡ ҡоя. Балаларын бер аҙға ғына тынысландырырға тырышҡан атай иһә минең һорауҙарыма яуап теҙҙе. “Мин – башҡорт, ҡатыным – башҡорт, балаларым – башҡорт”, - тине ул оло ғорурлыҡ менән. Ул да булмай, эргәһендә йүгереп йөрөгән улына ҡарап: “Һин башҡортмо?” - тип һораны. Уныһы иһә: “Башҡорт!” - тип яуап биреүгә ата кеше күкрәген киреп, маһайып ебәрҙе.

Ә бына был фатирҙың ишегенә ҡағып, үҙемде танытыуым булды, теге яҡтан да туҡылдатып, тутыйғош кеүек өҫтө-өҫтөнә ҡабатлап: “Кем ул? Кем ул?”- тип һорай башланылар. Минең әйткәнде ишетергә лә теләмәгән хужалар менән һөйләшеү файҙаһыҙ, тип, өндәшмәй тороуымды белдем. Мине китте, тип уйланылар буғай, шунда уҡ үҙҙәре: “Яҡшы эшләнек, әй. Ҡылдыҡ бит был иҫәп алыусыны”, - тип ҡысҡырып, көлөргә тотондолар...

Ә икенсе фатирҙың ишегенә туҡылдатыуым булды, асылып та китте. Бикһеҙ булған икән. Үҙемде танытыуыма хужабикә иламһырап, ялбарырға тотондо: “Сәй генә эсереп кит инде, балам...” Оло йәштәге инәй, ауырыу сәбәпле, аяҡҡа баҫа алмауын белдерҙе. Аш-һыу бүлмәһенә үтеп индем. Раковина тулы күптән йыуылмаған һауыт-һаба. Һыуытҡыс та, шкаф та буш... Нимәгә килгәнемде лә онотоп, эшкә керештем. Тиҙ арала аш-һыу бүлмәһен ялт иттереп, магазинға бара һалып, икмәк, сәй, һөт, тәмлекәстәр (хәйер йөҙөнән булыр тип) алып килдем. Һуңынан иһә инәй менән һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп, хәтер ебен һүтеп, халыҡ иҫәбен үттек.

Халыҡ иҫәбен алыу барышында шундай төрлө ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та мажараларға тап булырға тура килде. Иң әсендергәне, әлбиттә, эскелек ине. Миңә ҡараған участкала 7 ғаилә социаль яҡтан хәүефле булараҡ иҫәптә тора икән. Билдәле, ул фатирҙарҙа даими рәүештә йә шайтан туйы бара, йә балалар үҙҙәре генә ултыра. Тәүге осраҡта ул өйҙәрҙең тупһаһы аша үтеп инергә үҙебеҙ батырсылыҡ итмәһәк, икенсеһендә иһә ата-әсәләре өйҙә булмағанлыҡтан, беҙҙең хоҡуҡ сикле. Шунлыҡтан ике фатирҙа йәшәүселәрҙең иҫәбен алыу өсөн участка уполномоченныйынан ярҙам һорарға тура килде. Бындай осраҡта иң йәлләнесе – күҙҙәренең нурҙары һүнгән балалар ине.

Ә бер фатирҙа йәшәүсе оло йәштәге ханым үҙен: “Мин - Советтар Союзы гражданы”, - тип белдерҙе. Ҡатыны үлеп ҡалған бер ағай иһә үҙенә тоғро иптәш булырҙай ҡатын-ҡыҙ менән таныштырыуҙы үтенде. Тағы ла бер ҡатын иһә мәғлүмәттәрҙе һатып бирәсәген белдерҙе. Йәғни түләһәң генә әйтәм, юҡ икән – борсома...

 

Был урамдың ул өйө ҡайҙа?

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу былтыр уҡ уҙырға тейеш ине. Ләкин пандемия арҡаһында ул бөгөнгәсә һуҙылып килде. Мөһим был кампанияға әҙерлек алып барыу өсөн ваҡыт күп булды. Ләкин бөгөн нимә күрәбеҙ? Ҡайһы бер йорттарҙың һәм фатирҙарҙың һандары юҡ. Бер ҡатта урынлашҡан фатирҙарҙың бөтәһендә лә хатта һандары күрһәтелмәгән осраҡтар булды. Был - бер. Икенсенән, күп фатирлы йорттарға эләгеү бер бәлә – домофондар үткәрмәй, йә улары бөтөнләй эшләмәй. Ҡайһы бер осраҡта кемдеңдер йә ингәнен, йә сыҡҡанын көтөргә тура килде. Бынан тыш берәҙәк эттәр һәр ваҡыт актуаль проблемаларҙың береһе булып ҡала килә.

 

Халыҡ иҫәбен алыу...

Ысынында ла нимә бирә ул халыҡ иҫәбен алыу? Халыҡ менән аралашҡан ваҡытта ошо һорауҙы йыш ҡына ишетергә тура килде. Уның, тәү сиратта, хөкүмәтебеҙ өсөн кәрәк булыуы инҡар итергә кәрәкмәй. Дөрөҫ, үҙ дәүләтендә күпме халыҡ йәшәүен, нисә бала, ҡатын-ҡыҙ, ир-егет, хаҡлы ялдағылар икәнлеген белеү мотлаҡ. Ләкин халыҡ иҫәбен алыуҙың төп маҡсаты – кешеләрҙең һанын иҫәпләү түгел. Ундай мәғлүмәттәр полицияның, һалым хеҙмәтенең һәм ЗАГС-тың базаһында ла бар. Бөгөн республикала кемдең нисек йәшәүен асыҡлау мөһимерәк. Милләт, телдәрҙе белеү, милләт-ара никахтар һаны, белем кимәле, никахтың ғәмәлдәге хәле, эшкә барыу өсөн күпме ваҡыт китә, ғаиләләр һаны, торлаҡ шарттары – дәүләт базаларында ошо мәғлүмәттәрҙең береһе лә юҡ, уларҙы иҫәп алғанда ғына белергә була. Уларға ҡарап, социаль йүнәлештәге программалар ҡабул ителә.

Ҡайһы берәүҙәр, һуңынан барлыҡ мәғлүмәт һалым хеҙмәтенә тапшырылыр, аҙаҡтан иһә йәшерен мөлкәт өсөн түләү талап итерҙәр, тип хәүефләнә. Кемдер иһә беҙҙең теркәлгән урында йәшәмәгәнде, ә фатирҙы ҡуртымға биргәнде белеп ҡалыр, тип хәүефләнә. Ләкин бында хәүефләнергә урын юҡ. Анкетала фатирҙың кемдеке булыуы хаҡында бер генә һорау ҙа юҡ.

Иҫәп алыу барышында Баймаҡ ҡалаһында барыбер ҙә белемле, юғары мәҙәниле, ябай халыҡ йәшәүен билдәле булды. Өйҙәренә индермәүселәргә лә үпкә юҡ. Улар бөгөн мутлашыусыларҙан ҡурҡып бөткән, һаҡланыу сараһын күрәләр. Был осраҡта уларға төрлө альтернатив юл тәҡдим ителә. Дәүләт порталы аша, күп функциялы үҙәккә, стационар пунктҡа барып та иҫәп алыуҙа ҡатнашырға мөмкин. Бөгөн интернет заманы. Ләкин, ни сәбәптәндер, был мөмкинселекте файҙаланырға теләүселәр күп түгел.

Иҫәп алыу һөҙөмтәләре 2022 йылдың ғинуарында әҙер булырға тейеш. Дәүләткә был һандар бюджетты, биләмәләрҙе үҫтереү программалары, яңы предприятиелар, газ үткәргестәр, электр линиялары төҙөү өсөн кәрәк.

 

2010 йылғы иҫәп алыу һөҙөмтәһе нимә бирҙе?

2010 йылғы иҫәп алыу йомғаҡтары буйынса ауылдарҙа халыҡтың кәмеүе асыҡланған. Һөҙөмтәлә йәшәү кимәлен күтәреү буйынса программалар ҡабул ителде – «Ауыл табибы», ФАП-тарҙы тергеҙеү, ауыл ипотекаһы, газ индереү һәм башҡалар.

2010 йылда уҙған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 4072393 кеше йәшәгән. Был Волга буйы федераль округында – беренсе, ә илдең барлыҡ төбәктәре араһында етенсе урынды биләй.

Халыҡтың 60,4 проценты – ҡалала, ә 39,6 проценты ауылда йәшәй.

Уртаса ғүмер оҙонлоғо – 37,9 йәш (2002 йылда ул иһә 36,4 йәш булған).

Эшкә һәләтле халыҡ – 61,6 процент (2,5 миллион), был йәштән үткәндәр – 20,2 процент (0,8 миллион), балалар һәм үҫмерҙәр – 18,2 процент (0,74 миллион) тәшкил итә.

1000 ир-егеткә 1139 ҡатын-ҡыҙ тура килә.

Республика халҡының 89,3 проценты беҙҙә тыуып үҫкән, 10,7 проценты Башҡортостандан ситтә донъяға килгән.

Халыҡтың 97,4 проценты – шәхси бер бүлмәле йәки күп фатирлы йорттарҙа, 2,5 проценты – дөйөм ятаҡтарҙа, 0,1 проценты башҡа торлаҡ биналарҙа йәшәй.

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуа. Уртаса алғанда, 1000 малайға 950 ҡыҙ тура килә. 34 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙар өҫтөнлөк итә башлай. 70 йәшлектәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда 2,3 тапҡырға күберәк. Гүзәл заттарҙың ғүмер оҙонлоғо – 76 йыл, ирҙәрҙеке 10 йылға кәмерәк.

Студенттар араһында ла ҡыҙҙар күберәк. Юғары уҡыу йорттарында улар – 54,2, урта звено белгестәрен әҙерләгән мәғариф учреждениеларында 48,2 процентты тәшкил итә. 34,4 процент ҡатын-ҡыҙ юғары белемгә эйә булһа, ир-егеттәрҙең был күрһәткесе - 21,8 процент ҡына.

 

Белгәндәребеҙ сер булып ҡалһын

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла алынған мәғлүмәттәрҙе таратмау хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуя. Шунлыҡтан был мәҡәләмдә яҙылғандар ҙа исем-фамилияһыҙ, дөйөм миҫалдар менән генә күрһәтелде.

Лилиә ТАКАЕВА.

Фото:

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: