Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Ноябрь 2021, 08:34

Һаумыһығыҙ! Һеҙгә иҫәп алыусы килде

Бөгөн беҙҙең илдә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бара. Пандемия шарттарына ярашлы, альтернатив ысулдар ярҙамға килә. Йәғни, иҫәп алыусыны өйөнә индерергә теләмәгәндәр, дәүләт порталы, күп функциялы үҙәк аша ла үтә ала. Шулай уҡ стационар пункттарға ла бара ала. Урындарҙа халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы нисек бара? Бөгөн әңгәмәбеҙ Сибай ауыл биләмәһе буйынса иҫәп алыу контролеры Альбина Кәримова менән. #ҺаҡмарАтайсал#ВПН2020

Бөгөн беҙҙең илдә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бара. Пандемия шарттарына ярашлы, альтернатив ысулдар ярҙамға килә. Йәғни, иҫәп алыусыны өйөнә индерергә теләмәгәндәр, дәүләт порталы, күп функциялы үҙәк аша ла үтә ала. Шулай уҡ стационар пункттарға ла бара ала.

Урындарҙа халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы нисек бара? Бөгөн әңгәмәбеҙ Сибай ауыл биләмәһе буйынса иҫәп алыу контролеры Альбина Кәримова менән.

- Альбина Мөнир ҡыҙы, халыҡ иҫәбен алыу һеҙҙә нисек ойошторолған?

- Әйтергә кәрәк, Иҫке Сибай ауыл биләмәһе иң ҙур ауыл биләмәләренең береһе. 1 октябргә ҡарата 1435 хужалыҡ, ... кеше теркәлгән. Мөһим был сараға алдан әҙерлек эштәре алып барылған. Адрес хужалыҡтары тәртипкә килтерелгән. Әлеге көндә беҙҙең биләмәлә 6 иҫәп алыусы эшләй. Алдан уҡыуҙар алып барылды. Әйтергә кәрәк, улар үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – бер кемде лә күҙ уңынан ысҡындырмай, исемлеккә индереү.

- Халыҡ һеҙҙе нисек ҡабул итә?

- Сибай ауыл биләмәһендә эшләгән иҫәп алыусылар өсөн һәр кемдең ишеге асыҡ. Был тәңгәлдә проблемалар юҡ. Беҙгә шылтыратып, тиҙерәк килеүебеҙҙе һораусылар бар. Ҡайһы берәүҙәр стационар пунктка үҙҙәре килеп, иҫәп алыуҙы үтә. Шулай уҡ дәүләт порталы аша эш итеүселәр ҙә бар.

- Пандемияға бәйле ниндәй хәүефһеҙлек саралары күрелә?

- Өйҙән-өйгә йөрөү, әлбиттә, ҡурҡыныс. Шулай ҙа һаҡланыу сараларын күрәбеҙ. Иҫәп алыусылар мотлаҡ битлектә йөрөй. Ә инде коронавирус менән ауырыусыларҙың исемлеге билдәле. Үҙҡурсаулыҡҡа киткәндәр үҙҙәре үк шылтыратып беҙҙе иҫкәртә. Улар менән иһә беҙ телефон аша эшләйбеҙ.

- Иҫәп алыусыларҙы өйҙәренә индермәүселәр бармы?

- Шуныһы ҡыуандыра, ундай осраҡтар әлегә теркәлмәне. Булмаҫ та, тип уйлайым. Дөрөҫ, сара башланыр алдынан беҙгә ҡарата “вирус таратыусылар” тигәнерәк һүҙ булды. Урамда, магазиндарҙа иркен, бер ниндәй һаҡланыу ҡағиҙәләрен күҙәтмәй йөрөүселәр, шундай ваҡытта үҙҙәрен “күрһәтеп” ҡалырға тырышалар. Тап шундайҙарҙан төрлө имеш-мимеш тарала. Ләкин уларҙың да ҡараштары үҙгәрер, тип уйлайым. Был сараның мөһимлеген һәр кем аңлап ҡабул итһен ине.

- Бөгөн һеҙҙең участкала нисә хужалыҡ иҫәпкә алынған?

- 25 октябргә ҡарата Иҫке Сибай ауылында 137 хужалыҡтан 443 кеше теркәлде.

- Альбина Мөнир ҡыҙы, һеҙгә һәм һеҙҙең иҫәп алыусыларға шундай мөһим яуаплылыҡ һалынған. Алға ҡуйылған бурыстарҙы бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ үтәп сығырһығыҙ, тип ышанабыҙ.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Һаумыһығыҙ! Һеҙгә иҫәп алыусы килде
Һаумыһығыҙ! Һеҙгә иҫәп алыусы килде
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: