Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Ноябрь 2021, 18:05

7 ноябрҙән һуң да ял итәбеҙме?

Кремлдә, 7 ноябрҙән һуң ял көндәре дауам итәме, юҡмы, тигән һорауға яуап бирҙеләр

Коронавирус инфекцияһының арта барыуы сәбәпле, ил башлығы Владимир Путиндың Указы менән 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан ителгәйне. Әле күптәр 7 ноябрҙән һуң да ял көндәре дауам итәсәк, тигән имеш-мимеш тарата. Был хаҡтағы һорауҙарға Кремлдә нимә тип яуап бирәләр?

Рәсәй Федерацияһы Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков һорауға яуап биреп, халыҡты тик рәсми мәғлүмәттәргә генә таянырға саҡырҙы.

«Кремлдә булған планға ярашлы, бөтә төбәктәргә лә пандемия осорона айырым вәкәләт бирелгән. Эпидемиологик хәлгә ҡарап, һәр төбәк үҙаллы ҡарар ҡабул итә ала”, - тип белдерҙе ул.

Әле Новгород өлкәһе губернаторы Андрей Никитин үҙ өлкәһендә ял көндәренең тағы ла бер аҙнаға һуҙылыуын иғлан итте. Был - Рәсәйҙә бындай ҡарар ҡабул иткән тәүге төбәк.

Башҡортостанда 7 ноябрҙән һуң да ял көндәре дауам итәсәге тураһында әлегә рәсми хәбәр юҡ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: