Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
6 Октябрь 2021, 10:50

Ишек ҡаҡҡан иҫәп алыусымы?

#ҺаҡмарАтайсал#переписьнаселения#ВПН2020Башкортостан#иҫәптәләһандалабулайыҡ    

15 октябрҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Иҫәп алыусы сүрәтендә һеҙгә мутлашыусыларҙың да килеүе ихимал. Шуның өсөн дә иҫкәртәбеҙ: иҫәп алыу барышында бер ниндәй ҙә документ талап ителмәй. Бөтә һорауҙарға яуап бары тик һеҙҙең әйткән һүҙҙәр буйынса ғына тултырыла. Бынан тыш иҫәп алыусынан таныҡлығын һәм паспортын талап итегеҙ. Паспорты юҡ икән - ышаныс кәмей. Бынан тыш уларҙа "ВПН-2020" символикаһы яҙылған шарфтары, жилеттары, сумкалары була. 

Сит кешеләргә үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт бирмәгеҙ.

 

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: