Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Сентябрь 2021, 16:20

“Гражданлыҡ бурысын үтәргә 28 йәш кеше киләсәк”

Баймаҡ ҡалаһының 999-сы һайлау участкаһы Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында урынлашҡан. Участка һайлай комиссияһы рәйесе Илшат Аҡбулатов белдереүенсә, бөгөнгө көнгә ҡарата бында 1824 һайлаусы теркәлгән. 28 кеше беренсе тапҡыр үҙ гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк.

- Һайлау көнөнә беҙ тулыһынса әҙер, - тине 999-сы һайлау участкаһы секретары Сәлимә Исхаҡова. - Антисептиктар, халаттар, маскалар, бирсәткәләр һәм ручкалар алынған. Комиссия ағзалары алдына һаҡлаусы экрандар ҡуйыласаҡ.

999-сы һайлау участкаһы сираттағы сәйәси сараны ла ойошҡанлы үткәрәсәк, тигән тулы ышаныс бар.

“Гражданлыҡ бурысын үтәргә  28 йәш кеше киләсәк”
“Гражданлыҡ бурысын үтәргә 28 йәш кеше киләсәк”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: