Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Сентябрь 2021, 16:10

"Беҙ һайлауға әҙер"

Баймаҡ ҡалаһының 1001-се һайлау участкаһы Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә урынлашҡан. Участка һайлай комиссияһы рәйесе Илшат Хисматуллин белдереүенсә, иң ҙур һайлау участкаһы тап улар ҡарамағында.

Баймаҡ ҡалаһының 1001-се һайлау участкаһы Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә урынлашҡан. Участка һайлай комиссияһы рәйесе Илшат Хисматуллин белдереүенсә, иң ҙур һайлау участкаһы тап улар ҡарамағында. Бөгөнгө көнгә ҡарата бында 2527 һайлаусы теркәлгән. Комиссияла 13 ағза эшләй. Һайлау көнөнә улар тулыһынса әҙер.

- Коронавирусҡа бәйле хәүефһеҙлек сараларын күреү маҡсатында һайлау 3 көн ойошторола, - тине Илшат Рәфҡәт улы. - Антисептиктар, халаттар, маскалар, бирсәткәләр һәм ручкалар алынған. Комиссия ағзалары алдына һаҡлаусы экрандар ҡуйыласаҡ.

1001-се һайлау участкаһы сираттағы сәйәси сараны ла ойошҡанлы уҙғарыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

"Беҙ һайлауға әҙер"
"Беҙ һайлауға әҙер"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: