Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Сентябрь 2021, 15:46

РФ Президенты В.Путин үҙизоляцияға китте

-

Президент Владимир Путин үҙизоляцияға китергә мәжбүр булған. Дмитрий Песков белдереүенсә, ил башлығының эргәһендәге бер нисә хеҙмәткәр коронавирус йоҡторған.

Владимир Путин тест тапшырған. Анализ уның сәләмәт булыуын күрһәтә. Бындай эш тәртибе Президенттың эшмәкәрлегенә ҡамасауламаясаҡ.

Фото: РИА-Новости.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: