Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Сентябрь 2021, 11:07

Сибайҙа “Нулевой километр” билдәһе асыласаҡ

Урал аръяғы инвестиция һабантуйында ҡатнашҡан абруйлы ҡунаҡтар Сибай ҡалаһының иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт итәсәк.

Урал аръяғы инвестиция һабантуйында ҡатнашҡан абруйлы ҡунаҡтар Сибай ҡалаһының иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт итәсәк.

Башинформ” агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтар ҡаланың үҙәк майҙаны буйлап үтәсәк, һәйкәлдәрҙе һәм арт-абъекттарҙы ҡараясаҡ. Ҡайһы берҙәре әлегә онлайн-картаға ла индерелмәгән.

Сәйәхәт барышында, белгестәр теле менән әйткәндә, “Нулевой километр” билдәһе асыласаҡ. Әйткәндәй, ундай нөктә башлыса бөтә ҡалаларҙа ла бар. Тап ошонан ҡала урамдары һәм туристик маршруттарға иҫәп башлана.

Автор: Лилия ТАКАЕВА.

Автор: Лилия Такаева
Читайте нас