Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
6 Сентябрь 2021, 14:17

Башҡортостан Башлығы Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминевҡа рәхмәт белдерҙе

Беҙҙең төбәктә янғынға бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы алынды, тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты Фәрит Ғүмәров.  Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров районда сыҡҡан янғынды һүндереүгә бәйле ойошторолған эштәргә ҡарата баһа биреп, район башлығы Фәнис Әминевҡа рәхмәт белдерҙе.

"Янғындың иң ҡурҡыныс осоро үтте, тип иҫәпләйек. Хәҙер иһә ямғыр ҙа яуа башланы. Баймаҡ районында бик ауыр хәл булды. Янғын 12 километрға һуҙылған ине. Фәнис Әминев ваҡытында тревога күтәреп, янғынды һүндереүгә бәйле эштәрҙе оператив ойошторҙо", - тине Радий Хәбиров.

 

 

Башҡортостан Башлығы Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминевҡа рәхмәт белдерҙе
Башҡортостан Башлығы Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминевҡа рәхмәт белдерҙе
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: