Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
4 Сентябрь 2021, 12:46

Республика Башлығына һорауыңды биреп ҡал!

8 сентябрҙә 19.00 сәғәттә республиканың төп телеканалдарында үткән матбуғат конференцияһында Радий Хәбировҡа һорауҙар бирергә мөмкин.

Республика Башлығына һорауыңды биреп ҡал!
Республика Башлығына һорауыңды биреп ҡал!


Быны ике юл менән эшләргә мөмкин:
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрендә (vk.com/radiyhabirov, facebook.com/radiyhabirov, ok.ru/radiyhabirov, instagram.com/khabirovradii);
- һорауығыҙҙы 30 секундтан артмаған видеоға яҙҙырып ебәрергә лә мөмкин. Бының өсөн тыныс һәм яҡтылыҡ етерлек бүлмәне һайлағыҙ. Мобиль телефондың камераһын горизонталь рәүештә тотоғоҙ. Исем-фамилияғыҙҙы, ҡайҙан икәнегеҙҙе әйтегеҙ. Унан һорауығыҙҙы бирегеҙ. Видеофайлды glavarb.ru ҙайтының махсус бүлегенә ебәрегеҙ. Унда асылған форманы матур итеп тултырығыҙ. Буш юлдар ҡалмаһын. Унан видеоны күсерегеҙ.

Иң актуаль һорауҙарға Радий Хәбиров БСТ, Башҡортостан 24, Вся Уфа, Сәләм, UTV һәм Башлыҡтың хакимиәтенең социаль селтәрҙәрҙәрендә 8 сентябрь көнө 19.00 сәғәттә яуап бирер.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: