Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
24 Июня 2021, 11:04
Боҫҡоновтарға – автобус!
Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының Зөлфиә һәм Вәкил Боҫҡоновтар ғаиләһенә 13 урынлыҡ яңы автобус тапшырылды.
Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының Зөлфиә һәм Вәкил Боҫҡоновтар ғаиләһенә 13 урынлыҡ яңы автобус тапшырылды.
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 15 май көнө Баймаҡта эш сәфәре менән булғанда минең ғаиләмә автобус бүләк итәсәге хаҡында белдергәйне, - тине ғаилә башлығы Вәкил Боҫҡонов тантана барышында шатлығы менән уртаҡлашып. - Һүҙендә торҙо, ышаныслы кеше икән. Радий Хәбиров етәкселегендәге Хөкүмәт аппаратына, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа ғаиләм исеменән рәхмәтемде белдерәм.
Боҫҡоновтарға асҡысты Башҡортостан Республикаһының премьер-министры урынбаҫары Азат Бәҙрәнов тапшырҙы. Рәсәф Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та Боҫҡоновтарҙың шатлыҡтары менән уртаҡлашып, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Боҫоновтар сығышы менән Икенсе Этҡол ауылынан. Ғаилә башлығы Вәкил Вәсил улы “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һында эшләй. Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы – хужабикә. Ғаиләләге 11 баланың дүртәүһе ҙур үҫкәндәр инде. Ҙур ҡыҙҙарының үҙ ғаиләһе бар. Бер ҡыҙ, бер ул үҫтерә. Ике балаһы эшләй, береһе – студент. Ҡалған балалары - мәктәп уҡыусылары.
Автор:
Лилия Такаева
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"