Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Май 2021, 08:35

Билалда өй янды

Шундай ҙур фажиғә теркәлде.

Ярҙамһыҙ ҡалдырмайыҡ!
Бәлә - ҡаза һине ҡайҙа һағалап торғанын белмәйең икән ул!
Баймаҡ районы Билал ауылында йәшәүсе Фариза һәм Фәнил Шәмситдиновтар ғаиләһенә оло ҡаза килде. Ҙур, яңы йорттары янып китте. Бурҙан ҡала - уттан ҡалмай, тигәндәре дөп - дөрөҫ!
Шәмситдиновтар ауылда матур, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Ғаилә башлығы Фәнил ағай оҙаҡ йылдар урындағы мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләне. Тормош юлдашы Фариза еңгәй әлеге ваҡытта мәктәп ашханаһында ашнаҡсы. Икеһе лә ауылдаштарына ярҙамсыл, ғәзел, эшһөйәр кешеләр. Фариза еңгәйҙең оҫта ҡуллы булыуын белеп, ҙур байрамдарға, туйҙарға ла аш - һыу әҙерләтергә саҡыралар. Ҡыҫҡаһы, Шәмситдиновтарға бөгөн ҙур ярҙам кәрәк, бөгөн улар беҙҙең ярҙамға мохтаж.
Хөрмәтле ауылдаштар, төркөмдәштәр, райондаштар, милләттәштәр, мосолман ҡәрҙәштәр, кеше ҡайғыһына битараф булмаусылар! Фариза һәм Фәнил Шәмситдиновтар ғаиләһенә ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ! Фытыр саҙаҡаһы итеп тапшырһағыҙ ҙа була, үҙегеҙгә ҙур сауап булыр!
Кем күпме аҡса бирә ала 89631350525
телефон номеренә бәйләнгән сбербанк карточкаға ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ 2202 2007 1711 4464 (Фаина Фаррахова исемендә). Кемдәрҙең карточкаһы юҡ ҡулдарына тапшырырға мөмкин.
Кемдәр ярҙам ҡулы һуҙа ала барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Рамаҙан айында изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә икеләтә сауап булып ҡайтһын! Шәмситдиновтар ғаиләһенә сабырлыҡ, именлек теләйбеҙ!
Янғын һүндереүҙә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт! Бәлә - ҡаза урап үтһен! Ут - янғындан һаҡланайыҡ.
Райхана Булатова.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас