Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
30 Апреля 2021, 09:25

РЕСПУБЛИКАЛА МАЙ БАЙРАМДАРЫНДА ПЕНСИЯ ТАРАТЫУ ГРАФИГЫ БИЛДӘЛЕ БУЛДЫ

-

Рәсәй Пенсия фондында белдереүҙәренсә, майҙа пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр графикка ярашлы – 3 майҙан таратыла.
Яҡынлашып килгән байрам көнө – 9 май өсөн аҡса 6, 7 һәм 8 майҙа бирелә. Байрам һәм ял көндәре өсөн таратыу датаһы апрель пенсияһы квитанцияһында күрһәтелгән.
Банкка аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 12 майҙан башлап күсерелә.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1,173 миллион пенсионерға пенсия түләй. Бынан тыш, федераль льготаға эйә булған 299 мең кеше аҡса ала. Тағы 139 мең кешегә федераль социаль өҫтәмә аҡса түләнә.
Бөгөнгә апрель өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләү ваҡытында һәм тулы күләмдә таратылған. Барлыҡ түләүҙәрҙе финанслауға 19,6 миллиард һум йүнәлтелгән.
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас