Халыҡ именлеге һағына
Районда янғын хәүефһеҙлеген булдырыу маҡсатында күп эштәр башҡарыла. Ҡалала урынлашҡан 114-се янғын һүндереү часынан тыш, Йомаш, Аҡморон, Ишбирҙе, Иҫке Сибай, Татлыбай, Ниғәмәт ауылдарында ла ирекле янғын һүндереү командалары булдырылған. Бынан тыш Темәс, Түбә, Урғаҙа, Төркмән ауылдарында айырым янғын һүндереү посы ойошторолған. Ошо көндәрҙә ҡаланың үҙәк майҙанында Урғаҙа һәм Төркмән ауылдарына янғын һүндереү машинаһы тапшырылды. Бындай тантаналы мәлдең янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәте һағында тороусыларҙың һөнәри байрамдарына тура килеүе оло мәртәбә өҫтәне.
- Районда янғын хәүефен булдырмау маҡсатында ҙур саралар күрелә, - тине район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев. - Яҡын арала Төркмән ауылында махсус база төҙөлә башлаясаҡ. Был эштәрҙең барыһы ла халыҡ именлеге хаҡына башҡарыла.
- Янғынды профилактикалау мәсьәләһе буйынса Баймаҡ районына айырым иғтибар бирелә, - тине БР буйынса янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәте етәксеһе Рәис Арсланов. - Республика Башлығы Радий Хәбировтың һеҙҙең төбәктә булған эш сәфәренең береһендә, уға Урғаҙа һәм Төркмән ауыл биләмәләрендә янғын хәүефен кәметеү маҡсатында, мотлаҡ өҫтәмә пост булдырыу кәрәклеге хаҡында мөрәжәғәт булғайны. Бөгөн был мәсьәлә хәл ителде. Урғаҙа һәм Төркмән ауылдарында айырым янғын хәүефһеҙлеге посы асылды. Быға ҡәҙәр уларҙың техник базаһы берәр махсус тәғәйенләштәге транспорт сараһы менән тулыланған ине. Бөгөн иһә уларға тағы ла машина тапшырыла.
Рәис Мазһар улы сараны дауам итеп, Төркмән һәм Урғаҙа ауылдарына һәм айырым янғын һүндереү посы базаһына янғын һүндереү машиналарының асҡыстары тапшырҙы.
Бер осҡон да етә – оло бәлә ҡубасаҡ. Һүҙ юҡ, халыҡ именлеге һағына янғын һүндереү машиналары алыу оло ҡыуаныс. Ләкин уларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән Хоҙайым һаҡлаһын!
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотолары.