Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
19 Апреля 2021, 12:10

Ҡый яҡма — штраф түләйәсәкһең

Баймаҡ ҡалаһы ҡыйлығы янды.

14 апрелдә Баймаҡ ҡалаһының Әлибаев урамындағы хужалыҡтың ихата ҡаралтылары янып китә.

17 апрелдә Баймаҡтың Баҡса урамындағы ишек алдындағы сүп-сарҙы таҙартҡандан һуң, ҡыйҙы юҡ итеү маҡсатында, уға ут төртәләр. Һөҙөмтәлә янғын хәүефе тыуа. Бөгөн республика биләмәһендә ғәҙәттән тыш режим индерелгән. Шунлыҡтан ҡый яғыу ҡәтғи тыйыла. Һөҙөмтәлә был йорт хужаһына административ штраф һалынған.

18 апрелдә төнгө сәғәт 10 тула 25 минутта 114-се янғын һүндереү часына Баймаҡ ҡалаһының дөйөм ҡыйлығы яныуы тураһында хәбәр килә. Көслө ел арҡаһында ут тиҙ арала тирә-яҡҡа тарала. Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларының янғын һүндереү частары, Түбә ауылы янғын һүндереү часы, полиция, урман хужалығы, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте, үҙәк ҡала дауаханаһы, “Баймаҡ коммуналь хужалығы” МУП-ы, “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һы, Баймаҡ Водоканалы, Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, Әбделкәрим ирекле янғын һүндереү командаһы утҡа ҡаршы сыҡты. Уларҙан тыш 70-кә яҡын ҡала һәм ауыл халҡы ла ярҙамға килде. Янғынды һүндереүгә бөтәһе 21 берәмек техника йәлеп ителде, 155 кеше ҡатнашты. Ут 1500 кв.метр майҙанға зыян килтерҙе. Янғын 23.15 минутта һүндерелде. Бөгөн ут сыҡҡан урында 114-се янғын һүндереүселәре дежурлыҡ итә.

Читайте нас