Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
9 Апреля 2021, 07:22

Баймаҡта...

23 ғаиләнең бәхет йондоҙо балҡыны

Бөгөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев районыбыҙҙың 23 ғаиләһенә “Торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте түләү өсөн граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү” ведомство маҡсатлы программаһы һәм “РФ граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә ярҙам күрһәтеү” федераль программаһы буйынса социаль түләүҙәр тапшырҙы.

- Һеҙҙең менән бергә ҡыуанабыҙ, - тине Фәнис Әминев үҙенең ҡотлау телмәрендә. - Өйҙәрегеҙҙә шат балалар тауышы яңғыраһын, бәхетле ғүмер итегеҙ.

2007 йылдан алып үрҙә әйткән программалар буйынса районыбыҙҙың 243 ғаиләһенә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.

Читайте нас