Һаҡмар
+20 °С
Дождь
Антитеррор
Рәсми бүлек
23 Марта 2021, 03:23
ӨФӨ РАЙОНЫНДА – “УҢЫШ ФОРМУЛАҺЫ”
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин
Ошо көндәрҙә Өфө районының Алексеевка ауылында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проектына ярашлы, V “Уңыш формулаһы-2021” йәштәр форумы уҙғарылды. Күләмле сара “XXI быуат лидеры” балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре лидерҙары һәм етәкселәре конкурсының муниципаль этабын, тематик йүнәлештәр буйынса балалар һәм йәштәр проекттары конвейерын, Өфө районындағы психологтар һәм социаль педагогтар өсөн асоциаль, деструктив ғәмәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса семинарын үҙ эсенә алды.
Иң әүҙемдәр, инициативалылар, аҡыллы һәм көслө лидерҙар ике йүнәлештә көс һынашты: үҙҙәре һәм командалары тураһында һөйләне, “ХХI быуат лидеры ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?” темаһы буйынса видеояҙма-әңгәмә ҡорҙо. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса Өфө районының Жуков ауылы мәктәбенән Анна Семенова – беренсе, Чесноковка аулының “Юлдаш” белем биреү үҙәгенән Валерия Андреева – икенсе, Дорогин ауылы мәктәбенән Камелия Акабашева һәм Булгаков лицейынан Анастасия Иванова өсөнсө урынды яуланы.
Әйткәндәй, һуңғы биш йылда муниципалитетта йәштәрҙең проекттарына грант ярҙамы күрһәтеүгә аҡса бүленә. Әлеге балалар һәм йәштәр проекттары “Һаулыҡ һәм әүҙем ғүмер”, “Зауыҡлы биләмәләр”, “Изгелек быуыны”, “Һәләтле йәштәр” кеүек йүнәлештәргә арналды.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"