Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Рәсми бүлек
22 Марта 2021, 03:30
ӨФӨГӘ 1800 ЙӘШ ҺӨНӘРМӘН КИЛӘ
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин
Сара барышында республиканың баш ҡалаһына 2000-гә яҡын эксперт йәмәғәтселеге вәкиле, Рәсәйҙең 85 төбәгенән 1800 тирәһе конкурсант йыйыласаҡ. Улар 105 төрлө йүнәлеш буйынса үҙ оҫталығын күрһәтәсәк. Ә дөйөм алғанда конкурс ете ҙур йүнәлеште – төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары; мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары; ижад һәм дизайн; етештереү һәм инженер технологиялары; хеҙмәтләндереү өлкәһе; транспорт һәм логистика; мәғариф тармаҡтарын берләштерә.
– “Ворлдскиллс Рәсәй” мөһим бурысты хәл итә – һөнәри белем биреүҙең сифатын һәм көнәркәшлеген, абруйын арттыра. Республиканың йыйылма командаһы һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттарҙа лайыҡлы сығыш яһай, миҙалдар яулай. Башҡортостан иҡтисадтың мөһим тармаҡтары үҫешенә ҙур өлөш индергән ысын оҫталар, хеҙмәтсәндәр әҙерләү йәһәтенән бай тарихҡа эйә. Беҙҙәге һөнәри техник белем биреү селтәре илдә иң эреләрҙән һанала. Башҡортостан “Йәш профессионалдар–2021” чемпионатының байрағын ҙур ғорурлыҡ менән ҡабул итте. Уның ише киң даирәле сараны уҙғарыу – беҙҙең өсөн оло яуаплылыҡ һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Чемпионатты ҡаршылап республикала яңы объекттар һәм майҙансыҡтар төҙөйәсәкбеҙ, улар киләсәктә иҡтисадыбыҙ өсөн йәш һөнәрмәндәр әҙерләүгә булышлыҡ итәсәк, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Чемпионатты тантаналы асыу 21 июлдә баш ҡаланың “Өфө-Арена” боҙ һарайында уҙасаҡ. Сара “Торатау” конгресс-холында, ә һайлап алыу туры бөтә төбәктәрҙә лә 1-30 апрель арауығында үтәсәк.
Белешмә өсөн:
WorldSkills Russia милли финалы WorldSkills стандарттары буйынса Рәсәйҙә үткән иң ҙур һөнәри оҫталыҡ ярышы һанала. Унда 16 йәштән 25 йәшкәсә һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары, ә WorldSkills Juniors йүнәлешендә 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнаша. Сара “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Йәш профессионалдар” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"