Рәсми бүлек
13 Марта 2021, 03:50

УҘҒАН ШАРШАМБЫ КӨСЛӨ БУРАН ЙЫЛАЙЫР, ФЕДОРОВКА ҺӘМ ХӘЙБУЛЛА РАЙОНДАРЫНЫҢ ИЛЛЕ АУЫЛЫН ЮЛҺЫҘ ҠАЛДЫРҘЫ

-

Башньюс

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, был муниципалитеттарҙа күҙәтелгән тәбиғәт күренеше ныҡлы контролдә, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу эштәре дауам итә. Дөйөм алғанда, алтмыш берәмеккә яҡын техника, 75 кеше йәлеп ителгән. Хәйбулла районында ҡар өйөмдәре менән көрәштә тау байыҡтырыу предприятиеһы һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының ҡеүәтле транспорты ла ярҙамға килә.
Бигерәк тә урман зонаһында урынлашҡан ауылдарға үтерлек булмай. Әйтәйек, Үрнәктәге йорттар яртылаш ҡарға күмелгән. Бөгөн дә райондың юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле режимда эшләй. Белгестәр билдәләүенсә, көнкүреш системаларҙа авариялар теркәлмәгән.
Ейәнсура районында ла көслө ҡар, буран ҡеүәтле техникаға оло һынау ойошторҙо. Тәүлек дауамында ҡатмарлы һауа шарттарына оборона тоторға тура килә. Йырып үткеһеҙ участкалар «ЗИЛ» машиналары ярҙамында ҡарҙан таҙартыла. Муниципалитет тарафынан иртәгә биләмәне тәртипкә килтереү буйынса өмә ойоштороу ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина
  • Читайте нас