Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Март 2021, 08:45

БАШҠОРТОСТАНДА «УРАМ БАЛАЛАРЫ» ПРОЕКТЫ ТОРМОШҠА АШЫРЫЛАСАҠ

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Башньюс

Социаль программаның мөмкинлектәре бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда уҙған түңәрәк өҫтәлдә лә ҡаралды.
«Урам балалары» проектының авторы Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, йәмәғәт эшмәкәре Василий Зарабелов. Программаға ярашлы, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы спортҡа йәлеп итеү күҙаллана. Һүҙ бушлай шөғөлләнеү мөмкинлеге биргән төрлө спорт түңәрәктәре тураһында бара.
Депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре әйтеүенсә, секцияларҙы билдәле тренерҙар уҙғарасаҡ. Шөғөлләнергә теләк белдергән балаларға медицина тикшереү үткәреү, спорт кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү ҡаралған. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин фекеренсә, республикала был йүнәлештәге эшмәкәрлек алып барыла. Яңы проект уны ҡануни яҡтан нығытыу һәм киңерәк йәйелдереү мөмкинлеге бирә.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар фекеренсә, проект сиктәрендәге бушлай спорт секциялары ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың буш ваҡытын файҙалы итеп ойошторорға булышлыҡ итәсәк. Йәш спортсылар өсөн билдәле шәхестәр менән осрашыу, психологик тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған.
Мин бындай йүнәлештәге проектта тәүге тапҡыр ҡатнашам, әммә йәш быуын менән даими эшләйем, тәжрибәм ҙур тип әйт алам. Үҙем 4 бала атаһы булараҡ балаларҙы бәләкәй саҡтан спортҡа йәлеп итеү яҡлымын. Сөнки спорт кешене физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да тәрбиәләй. Һынауҙар алдында бирешмәҫкә өйрәтә.
Джефф Монсон, джиу-джитс буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы
Рәмзиә Кәримова
  • Читайте нас