Рәсми бүлек
13 Марта 2021, 03:00

Азат Бадранов журналистарҙы уҡытыу өсөн киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә кафедралар асырға тәҡдим итә

-

Башҡортостан вице-премьеры Азат Бадранов Журналистар союзына Башҡорт дәүләт университеты менән бергә журналистарҙы әҙерләү программаһын эшләп сығарырға тәҡдим итте. Уның тәҡдименә ярашлы, студенттарҙы эшләп йөрөгән тәжрибәле журналистар уҡытырға, ә уларға эш хаҡын түләү өсөн гранттарҙы файҙаланырға мөмкин.

Вице-премьерҙың фекере буйынса, грант тамамланғас, ҡайһы бер журналистар йәш белгестәрҙе уҡытыу эшендә ҡала ала. Эре киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә ғәмәли журналистика буйынса кафедралар асыу тураһында ла әйтте.

Сығанаҡ: https://kurultai.ru/ba/content/2032-azat-badranov-pre..
Читайте нас