Һаҡмар
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Рәсми бүлек
12 Марта 2021, 07:05
Республикала бензинға хаҡ артты
--
Башҡортостанда февралдә мотор яғыулығына ҡулланыусылар хаҡы, маркаһына ҡарап, уртаса 10-46 тингә артты. Шул уҡ ваҡытта республикала бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтар тотош илгә ҡарағанда түбәнерәк, тип билдәләнеләр Башстатта.
Әйтәйек, февралдә АИ-92 маркалы бензиндың бер литры 43,40 һумға тиклем ҡиммәтләнде (ғинуарҙа – 43,11 һум).
Рәсәй буйынса уртаса алғанда 92-се бензиндың бер литры уҙған айҙа 44,21 һум тәшкил итте.
АИ-95 маркалы бензиндың хаҡы бер айҙа 46,14 һумдан 46,41 һумға тиклем күтәрелде. Дөйөм алғанда, илдә 95-се бензиндың бер литры февралдә автомобиль хужаларына уртаса 47,83 һумға төштө.
Ғинуарҙа бер литры 52,33 һум тәшкил иткән АИ-98 бензинының уртаса хаҡы — 52,79 һумға, ә Рәсәйҙә улар февраль аҙағына уртаса 54,36 һумға етте.
Республикала дизель яғыулығының литры бер айҙа 47,91 һумдан 48,01 һумға тиклем күтәрелде. Илдә дизель яғыулығының уртаса хаҡы 49,08 һум тәшкил итте.
Әгәр 2020 йылдың феврале менән сағыштырғанда, Башҡортостанда мотор яғыулығына хаҡтар 2,4- 5,3 процентҡа артты.
https://
www.bashinform.ru/news/1567715-v-bashkirii-vyrosli-tseny-na-benzin/
Галина Бахшиева.
Фото: Андрей Старостин.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"