Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Март 2021, 14:35

“ӘСӘЙҘЕКЕ КЕҮЕК ТӘМЛЕ БУТҠА!”

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Шишмә районының мәктәп ашханаларында үҙенсәлекле конкурс-акция башланған. Унда ҡатнашып еңгән ашханаларға “Әсәйҙеке кеүек тәмле” тигән билдә тапшырыла.
“Бында әсәй кеүек тәмле бешерәләр” тип аталған иң тәүге конкурс Алкин-2 ауылының мәктәбендә үткән. Ул “Башҡортостан атай-әсәйҙәре сәләмәт туҡланыу яҡлы!” берҙәм республика сараһына ярашлы ла ойошторолған.
Конкурс барышында мәктәп ашнаҡсыһы менән әсәйҙәр манный бутҡаһын бешереүҙә ярышҡан. Ололар бутҡа бешергәнсе, балаларға сәләмәт туҡланыуҙың өҫтөнлөктәре тураһында һөйләп, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, ярыштар үткәрелгән.
Тәмләп ҡарау һөҙөмтәһендә бөтә бутҡалар араһынан иң тәмлеһе тип мәктәп ашнаҡсыһыныҡы һәм һөнәре буйынса шулай уҡ ашнаҡсы булып эшләгән бер әсәйҙеке табылған.
Ойоштороусылар – райондың “Туҡланыу үҙәге” белгестәре әйтеүенсә, был конкурс райондың бөтә мәктәптәрендә лә уҙасаҡ. Һөҙөмтәләргә ярашлы, аш-һыуҙы тәмле әҙерләгән мәктәп ашханаларына үрҙә әйтелгәнсә “Әсәйҙеке кеүек тәмле” билдәһе тапшырыла, ә был исемде яулай алмағандарға сифат өҫтөндә етди эшләргә тура киләсәк.
Яңы конкурс йәш быуынды сәләмәт туҡланыу рәүешенә йәлеп итеүҙе, уҡыусыларҙың һаулығын нығытыуҙы һәм һаҡлауҙы, сәләмәт тормош алымдарын киңерәк таратыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Һәм уның маҡсаттары ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә.
Фото: БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.
Читайте нас