Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Март 2021, 14:55
БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕ ПРЕМЬЕР-МИНИСТРЫ УРЫНБАҪАРЫ ИРЕК СӘҒИТОВ ЕТӘКСЕЛЕГЕНДӘ РЕСПУБЛИКАНЫҢ ТАШҠЫНҒА ҠАРШЫ КОМИССИЯҺЫНЫҢ БЕРЕНСЕ УЛТЫРЫШЫ УҘҘЫ
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһының беренсе ултырышы уҙҙы. Сарала ағымдағы гидрометеорология һәм яҙғы ташҡын кимәлен алдан күҙаллауҙар күрһәтелде, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәренең Башҡортостандағы территориаль системаһының көс һәм саралары, гидротехник ҡоролмаларҙың 2021 йылда ағын һыуҙарҙы үткәреүгә әҙерлеге ҡаралды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһының беренсе ултырышы уҙҙы. Сарала ағымдағы гидрометеорология һәм яҙғы ташҡын кимәлен алдан күҙаллауҙар күрһәтелде, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәренең Башҡортостандағы территориаль системаһының көс һәм саралары, гидротехник ҡоролмаларҙың 2021 йылда ағын һыуҙарҙы үткәреүгә әҙерлеге ҡаралды. 19 мартта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәренең Башҡортостан территориаль системаһындағы көс һәм саралар тикшереләсәк. Ә инде 25 мартта яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса һуңғы хәл-торош әйтеләсәк. Ташҡынға ҡаршы комиссия эше һөҙөмтәһе буйынса муниципаль район хакимиәттәре һәм ҡала округтары башлыҡтарына яҙғы миҙгелде хәүефһеҙ үтеүгә бәйле тәҡдимдәр еткерелде. Шулай уҡ комиссия республика бюджеты иҫәбенән финансланасаҡ был саралар сығымының сметаһын, район-ҡалаларҙа яҙғы ташҡынға әҙерлек барышын, уны үткәреүҙе контролдә тотоу буйынса комиссия ағзаларын беркетеүҙе раҫланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың яҙғы ташҡынға ҡаршы комиссияһы составы, был осорҙо имен үткәреү һәм күҙәтеү саралары планы тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уны контролдә тотоу вице-премьер Ирек Сәғитовҡа йөкмәтелгән.
Сығанаҡ: "Ейәнсура таңдары" гәзите.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"