Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Март 2021, 16:35

50 ауыл ҡар тотҡононда ҡалған

--

Бөгөн көн аяҙытты, әммә элекке көн-кисә ҡоторған буранды оҙаҡһыҙ онотмаҫбыҙ әле. Был көндө Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы оператив рәүештә эшләне.
Муниципаль берәмектәрҙең Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә көслө циклон эҙемтәһендә Йылайыр, Федеровка, Хәйбулла райондарындағы 50 ауылға юл өҙөлөүе тураһында мәғлүмәт килә. Йәғни 6694 кеше, шул иҫәптән 450 бала йәшәгән ауылдарҙың тышҡы донъя менән бәйләнеше өҙөлә.
Айырым туҡталғанда, Йылайырҙа – 20, Хәйбуллала – 25, Федоровкала биш ауыл буран тотҡононда ҡалған. Әле был райондарҙа ҡотҡарыусы хеҙмәттәр “юғары әҙерлек” режимында эшләй. Хәл тотороҡлана башлаған, ҡайһы бер ауылдарға юл таҙартылған, был эш дауам итә. Әле ошо маҡсатта 58 берәмек техника һәм 75 кеше йәлеп ителгән.
Читайте нас