Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Март 2021, 10:40

РӘСӘЙ КИМӘЛЕНДӘГЕ ПРОЕКТТА ҠАТНАШЫҒЫҘ!

#нацпроект

DOBRO.RU платформаһында Рәсәй кимәлендәге мөһим проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү өсөн ирекмәндәрҙе теркәү дауам итә. Улар төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирәсәк.
2022 йылда төҙөкләндереү талап ителгән йәмәғәт киңлектәре өсөн тауыш биреү биш аҙна дауамында барасаҡ: 26 апрелдән 30 майға тиклем. Тимәк, Башҡортостан граждандары парктарҙы, скверҙарҙы, яр буйҙарын, урамдарҙы һайлай аласаҡ, уларҙы төҙөклөндереүгә ҡаҙна саралары йүнәлтеләсәк.
Проект ирекмәндәре граждандар араһында мәғлүмәт компанияһы алып барасаҡ. Улар проекттар менән таныштырасаҡ, уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙа граждандарҙың ниндәй өлөш индерә аласағын аңлатасаҡ.
Шулай уҡ, платформала теркәлеп, тауыш бирергә өйрәтәсәк.
Әгәр ошо ғәмәлдәр һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырһа, түбәндәге сайтта теркәлергә кәрәк: https://dobro.ru/event/10042161
Ирекмән булам тигән кешенең 18 йәше тулған булырға тейеш. Теркәлеү – 22 мартҡа тиклем.
2022 йылда төҙөкләндереү талап ителгән йәмәғәт киңлектәре өсөн тауыш биреү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса тормошҡа ашырыла.
Тауыш биреү һөҙөмтәһен 31 майҙан 30 июнгәсә билдәләйәсәктәр. Унда муниципалитеттар халыҡ һайлаған йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү эштәрен башлаясаҡ.
Федераль программа эшләгән ике йылда Башҡортостанда 288 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән, быйыл уларға тағы ла 130 объект өҫтәләсәк.
Республикала уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән объекттар буйынса эштәр алып барыла. Тап шундай ғәмәлдәр 2019 йылда Бәләбәй, Бөрө, Ишембай ҡалаларында уңышлы тормошҡа ашырылған. 2020 йылда еңеүселәр исемлегендә Ағиҙел, Мәләүез, Дүртөйлө, Яңауыл ҡалалары, Николо-Берёзовка ауылы булһа, быйыл Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалаларында, Мәләүез районының Воскресенск ауылында, Йылайырҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ.
Фото: “Башинформ”
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
  • Читайте нас: