Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
8 Марта 2021, 05:40
ҠИММӘТ, ӘММӘ КӘРӘК...
#нацпроект
Добавить в предпочтительные источники Google
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы арҡа-мускул атрофияһы менән сирләүселәр өсөн 36 ҡап “Спинраза” препараты һатып аласаҡ. Люберцы ҡалаһының “Ирвин” йәмғиәте ошо ҡиммәтле препараттарҙы республикаға оҙаҡламай оҙатырға тейеш. Дәүләт контракты 203,5 миллион һумға төҙөлгән.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, медицина ойошмаларын тейешле заманса ҡорамалдар, препараттар менән тәьмин итеү мәсьәләһе көн ҡаҙағында тора. ”Ирвин” компанияһы 2018 йылдың мартында Мәскәү өлкәһенең Люберцы ҡалаһында теркәлгән һәм фармацевтика продукцияһын күмәртәләп һатыуҙа махсуслашҡан. Ҡиммәтле, әммә сабыйҙар һаулығы өсөн бик кәрәкле препаратты һатып алыуға өҫтәмә аҡса республика бюджетынан бүленә. Ошо уҡ ойошма гемодиализ сирлеләргә 49 миллион һумлыҡ “Эпоэтин альфа” препаратын оҙатырға хоҡуҡ алды.
Башҡортостанда әлеге ваҡытта 42 балаға арҡа–мускул атрофияһы диагнозы ҡуйылған. Был нәҫелдән килгән һирәк осрай торған сир. Кескәй пациенттарҙы һауыҡтырыу өсөн препараттар бик ҙур әһәмиәткә эйә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, балалар һаулығын һаҡлау мөһим йүнәлештәрҙең береһе, 2024 йылға сабыйҙар үлемен 1 мең балаға 5,5 осраҡтан 4,5-кә тиклем кәметеү – ҙур бурыстарҙың береһе.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
https://moradim.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/IMM-T--MM-K-R-K-706632/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37737692
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"