Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Март 2021, 14:12

Юлда бер кешенең ғүмере өҙөлдө

--

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 92 хәл-ваҡиға булған, шуның 9-ы криминаль характерға эйә. Урлыҡ (7), мутлашыу, кеше туҡмау, сит мөлкәтте тартып алыу һәм файҙаланыу осраҡтары бар.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 104 осраҡ теркәлгән. 12 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 3 водитель тотолған. Эсеп руль артына ултырғаны өсөн таныҡлығынан мәрүм ителгән 1 кеше тағы ла шундай уҡ хәлдә машина менән идара иткән саҡта эләккән.

28 февралдә Хәсән аулы эргәһендә булған юл-транспорт ваҡиғаһында 2 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, 1 кешенең ғүмере өҙөлгән.