Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Февраль 2021, 10:51

ЯҢЫСА ЭШЛӘЙ БАШЛАЙ

Рәсәйҙә төрлө дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн мобиль ҡушымталар барлыҡҡа киләсәк. Хәҙерге ваҡытта улар тест уҙа һәм эшләтеп ебәреү планлаштырыла. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Дмитрий Чернышенко хәбәр итте.

Рәсәйҙә төрлө дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн мобиль ҡушымталар барлыҡҡа киләсәк. Хәҙерге ваҡытта улар тест уҙа һәм эшләтеп ебәреү планлаштырыла. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Дмитрий Чернышенко хәбәр итте.
"Бөгөн төрлө хеҙмәттәрҙе дәүләт хезмәттәренең мобиль ҡушымтаһы ярҙамында алырға мөмкин - был аңлайышлы һәм заманса процесс. Әле башлап ебәреү алдынан ҡулланыусыларҙың иң талап ителгән һорауҙарын хәл итеү өсөн ҡайһы бер тематик ҡушымталарҙы тестлау уҙа. Һүҙ "Сәләмәтлек", "Дом" һәм "Авто" кеүек мобиль ҡушымталар тураһында бара», - тине Дмитрий Чернышенко. «Сәләмәтлек» ҡушымтаһы Рәсәйҙең өс төбәгендә һыналасаҡ. Ул белгестәргә онлайн яҙылыу, өйгә врач саҡырыу, электрон больничный һәм рецептар рәсмиләштереү, үҙ-үҙеңде күҙәтеү көндәлеген алып барыу һәм башҡа документтарҙы берләштерәсәк.
Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн «Дом» ҡушымтаһы Мәскәү өлкәһенең пилот йорттарында тестлау уҙа. Уға торлаҡ милекселәренең тауыш биреү хеҙмәттәре, йортта йәшәүселәр һәм идарасы компания араһындағы һөйләшеүҙәр керәсәк.
Дәүләт хезмәттәре күрһәтеү өсөн «Авто» ҡушымтаһы 2021 йылдың авгусынан эшләй башлаясаҡ. Уның ярҙамында ҡулланыусылар европротоколды онлайн рәсмиләштерә, автомобилгә документтарҙы электрон рәүештә бирә!, шулай уҡ башҡа кәрәкле функцияларҙы ҡуллана аласаҡ.
Шулай уҡ дәүләт хезмәттәре порталының технологик үҫешендә лә үҙгәрештәр буласаҡ, уның яңы версияһы 2021 йылдың мартында эшләй башлаясаҡ.
"Март аҙағына тиклем яңы платформаға - 20 хеҙмәт, ә йыл аҙағына тиклем йөҙҙән ашыу хеҙмәт күсереләсәк. Яңы порталға күсеү ҡулланыусылар өсөн һиҙелмәйәсәк тә, хеҙмәттәрҙе булған хисап яҙмаһы ярҙамында алып буласаҡ, - тип хәбәр итте Рәсәй вице-премьеры Дмитрий Чернышенко.
"Башҡортостан электрон хеҙмәттәр менән бәйле күпселек үҙгәрештәрҙе тестлауҙа актив ҡатнаша. Өс пилот төбәктән беҙ беренселәрҙән булып федераль порталға ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге өлкәһендә дәүләт хеҙмәтенең биш төрөн сығарҙыҡ. Портал хеҙмәттәрен 2021 йылда ла тулыландырасаҡбыҙ, әле 25 киң күләм социаль-әһәмиәттәге хеҙмәттәрҙе электрон рәүешкә күсерергә йыйынабыҙ», – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығынан алынды.
Читайте нас: