Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Февраль 2021, 10:25

ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМЫ МЕНӘН ҺӨТ ЕТЕШТЕРӘЛӘР

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Шишмә районында ауыл халҡы республика гранты ярҙамында заманса һөт эшкәртеү эшен асҡан.
Азат Нурғәлиев 1993 йылдан алып фермер хужалығын етәкләй. Элек алған һөтөн эшкәртеүселәргә тапшырған. Һөттө тапшырғанға ҡарағанда эшкәртеүгә тотоноу күпкә килемлерәк, тигән уй килә уға.
– Ауыл хужалығы кооперативы булдырһаң, дәүләт ярҙамы алырға мөмкинлек бар икәнен белеп ҡалдым. Фекерҙәштәрҙе йыйыу ауыр булманы. Пайсылар рәтенә 12 шәхси ярҙамсыл һәм бер фермер хужалығын йәлеп итә алдым. Бергә республиканың ауыл хужалығы министрлығына, гранттар бүлеү конкурсына, мөрәжәғәт иттек. Проектыбыҙ килем килтереүселәр иҫәбенә ингән, – тип һөйләй Азат Динислам улы.
“Нур-Агро” ауыл хужалығы кооперативы 2,6 миллион һум грант алған. Был аҡсаға кәрәкле ҡоролмалар һатып алынған.
Ике йыл эсендә ауыл хужалығы берләшмәһе яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Бөгөн “Нур-Агро” ун биш төрлө тәмле, иң мөһиме тәбиғи һөт продукцияһы сығара. Улар араһында кефир, ҡатыҡ, йогурттар, ҡаймаҡ, һөт һәм башҡалар бар. Ҡыш көнөндә 2 мең тонна һөт эшкәртелә. Продукция үҙ райондарында һатыла, шулай уҡ Өфө магазиндарына ла килтерелә.
“Нур-Агро” ауыл хужалығы кооперативы йыл һайын ауыл хужалығы йәрминкәләрендә, күргәҙмәләрҙә, фестивалдәрҙә ҡатнаша. Үткән йыл кооператив “агрокомплекс” күргәҙмәһендә “Иң яҡшы ризыҡ” конкурсында бронза миҙал яуланы. Ә V “Беҙҙең бренд” аҙыҡ-түлек фестивалендә “Иң яҡшы аҙыҡ-түлек – 2020” конкурсында лактозаһыҙ йогурт һәм “Ҡымыҙ+бал” ҡымыҙ продукцияһы менән еңеп сыҡты.
Азат Динислам улы әйтеүенсә, кооператив етештереүҙе артабан да үҫтерергә ниәтләй.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала 360 ауыл хужалығы кооперативы теркәлгән. Уларҙың 230-ы республика килем килтереүсе проекттар программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Ике йыл эсендә был программа буйынса төбәк ҡаҙнаһынан 600 миллион һум аҡса бүленгән.
Республикала ауыл хужалығы кооперативтарына дәүләт ярҙамы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектының “Фермерлыҡҡа ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»
Читайте нас: