Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Февраль 2021, 11:25

Ауылдар интернетҡа тоташа

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарындағы ауыл халҡын интернет селтәре менән тәьмин итеү маҡсатында республика Хөкүмәте “Башинформсвязь” йәмғиәте менән берлектә “Асыҡ интернет” төбәк проектын ғәмәлгә индерҙе.
Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Проектта 262 бәләкәй ауылға сүсле-оптик технологиялар ҡулланып, интернет таратыу селтәрҙәре булдырыу ҡарала.
Проекттың үҙенсәлеге шунда: интернетты аныҡ ауылға ғына түгел, граждандарҙың ғаризаһына ярашлы, туранан-тура һәр йортҡа еткерәсәктәр. Республикала йәмғеһе 100 мең кешене һәм 40 меңгә яҡын йортто интернет менән тәьмин итеү күҙаллана.
Быйыл Благовещен районында Төрөшлө, Трошкин, Осиповка, Түбәнге Иҙәк, Покровка, Һынны, Иҫке Илек ауылдары халҡы ҙур селтәргә тоташа ала.
Яңылыҡ сығанағы: "Башҡортостан"
Читайте нас: