Һаҡмар
+20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Февраль 2021, 13:42

БАШҠОРТОСТАНДА «МИНЕҢ БИЗНЕС» ҮҘӘГЕНЕҢ БИШЕНСЕ ОФИСЫ АСЫЛДЫ

Тантаналы сараларҙа Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев, Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығының башҡарма директоры Рәмил Хисмәтуллин, Октябрьскийҙың бизнес-шерифы Сергей Литов һәм ҡала бизнес-берләшмә вәкилдәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Тантаналы сараларҙа Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев, Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығының башҡарма директоры Рәмил Хисмәтуллин, Октябрьскийҙың бизнес-шерифы Сергей Литов һәм ҡала бизнес-берләшмә вәкилдәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты.
– Бөгөн беҙ эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһында заманса объект асабыҙ. Беҙҙең республиканың һәм ҡаланың үҫешендә бәләкәй һәм урта бизнес мөһим роль уйнай. Бында эшҡыуарҙарға ярҙам, консультация һәм уҡытыуҙың яңы форматтары була. Был үҙәк эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индерер, ип өмөтләнәм – тине Алексей Шмелев.
Хәҙер яҡын-тирәләге ҡала һәм райондарҙағы эшҡыуарҙарға «Минең бизнес»та хеҙмәтләндереүҙең тулы комплексын алыу өсөн башҡалаға барыу кәрәкмәй. Бында күрһәтелгән хеҙмәттәр һаны 150 самаһы. Үҙ эшен башлап ебәрергә теләүселәр «Берҙәм тәҙрә» форматында нимәнән башлап ебәреү, уның ойоштороу-хоҡуҡи формаһын һайлау, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрҙе йәки шәхси эшҡыуарлыҡты бушлай теркәү, иҫәп асыу кеүек һорауҙар буйынса консультация ала. Эшләп йөрөүсе эшҡыуарҙар профилле хеҙмәттәр менән файҙалана, уҡыу йә дәүләт ярҙамы сараларын алыуға ғариза бирә ала.
Беренсе килеүселәр өсөн хеҙмәттәр төрө буйынса презентация үткәрелде. Үҙәктә уңайлы коворкинг, 50 урынлыҡ неткворкинг- зонаһы, килешеүҙәр бүлмәһе урынлашҡан. Офис тулыһынса йыһазландырылған, тейешле техника, интернет бар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, эш һөҙөмтәлелеге күрһәткестәре буйынса республиканың «Минең бизнес» үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшы бишәү иҫәбендә. Уҙған йылда үҙәктә 10 мең хеҙмәт күрһәтеү планына ҡарата 15 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән. Профилле хеҙмәт төрҙәре, өйрәтеү һәм акселерация программалары, шулай уҡ бизнес алып барыу буйынса төрлө һорауҙар күберәк хәл ителгән.
Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ буйынса комитеттың матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас в