Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Февраль 2021, 23:00

Башҡортостанда ат спорты фестивале уҙасаҡ

Баймаҡ районы был сараның үҙәгенә әйләнәсәк.

Баймаҡ районы был сараның үҙәгенә әйләнәсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2 февралдә үткән “Ауыл сәғәте” кәңәшмәһендә белдерҙе. Уның әйтеүенсә, был сара халыҡ йолаларын, кәсептәрен, аҙыҡ-түлеген шулай уҡ туризм элементтарын берләштерәсәк.
”Беҙ шундай амбициоз маҡсаттар ҡуйғанбыҙ һәм уны мөмкин тиклем тиҙерәк тормошҡа ашырырға тейешбеҙ. Республика етештереүселәрен сауҙа селтәрҙәре менән бергә хеҙмәттәшлек итеүенә өлгәшергә кәрәк. Уларҙы баҙар майҙансыҡтарына сығарыу, төрлө тематик проекттарға саҡырыу мотлаҡ. Мәҫәлән, Баймаҡта йылҡысылыҡ менән бәйле фестиваль уҙғарырға килештек. Унда мотлаҡ традицион кәсеп, аҙыҡ-түлек, туризм элементтары күрһәтелергә тейеш. Заманса тенденцияларҙың береһе – интернет аша сауҙа үҫешен үҫтерергә кәрәк. Республикала етештерелгән продукцияны һатыу майҙансығын киңәйтеү өсөн был йүнәлеш буйынса ныҡлы шөғөлләнергә кәрәк”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Фото: Соцсети
Читайте нас: