Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Февраль 2021, 14:15

2035 йылға тиклем Башҡортостанда 730 ауылға зәңгәр яғыулыҡ үтергә тейеш

Газ үткәреү мөмкинлеге булған йорттар һаны 655 меңдән ашыр тип көтөлә.

Газ үткәреү мөмкинлеге булған йорттар һаны 655 меңдән ашыр тип көтөлә. Әле республикала газға тоташтырыу күләме 82 процент тирәһе. Йыл һайын был һандар үҫә. Әммә республика географик үҙенсәлеге газ үткәреү тиҙлеген тотҡарлай. Газпром йәмғиәте ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн бер нисә йүнәлеш билдәләй. Үҫеш мөмкинлектәре ойошманың йыл йомғаҡтарына арналған кәңәшмәһендә барланды.
Күпкә арзаныраҡ, транспорт һалымының яртыһы ғына, экологик таҙа. Ҡеүәте кәмей тигән фекер ҙә хәҙерге заман технологиялары менән яңылыш. Газда эшләгән моторҙың өҫтөнлөктәре бихисап. Ләкин бер генә етешһеҙлек. Заправкаларҙың етешмәүе. Хәйер һорау булһа, тәҡдимдәр ҙә барлыҡҡа киләсәк.
2023 йылға тиклем республикала тағы 10 газ заправкалау станцияһы барлыҡҡа килергә тейеш. Ул сағында зәңгәр яғыулыҡта эшләгән техника артасаҡ ҡына. Әле Башҡортостанда бындай транспорт 4 мең өс йөҙгә етеп килә. Уларҙы арттырыу Газпром һәм төбәк етәкселеге тарафынан билдәләнгән төп үҫеш йүнәлештәренең береһе. Шулай ҙа төп сәйәсәт- газға тоташтырылған шәхси йорттар һанын күбәйтеү. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн республика махсус программа ла ҡабул итте. Уға ярашлы айырым категория граждандар зәңгәр яғыулыҡ үткәреүгә ташламаға дәғүә итә ала.
Ҡатмарлы ландшафт, ауылдарҙың бер береһенә алыҫ урынлашыуына ҡарамаҫтан ,ҡуйылған бурыстарҙы үтәү мөмкин.Ойошма яңы технологик кимәлгә сыға. Газ транспортлау хәҙер авиация двигателдәре ярҙамында башҡарыла. Был иһә яғыулыҡты ҡулланыусыға еткереүҙе күпкә һөҙөмтәле итә.
Йорттарҙы газ торбаларына тоташтырыу ваҡытын ҡыҫҡартыу ҙа мөһим эштәрҙең береһе. Әле был процедура оҙаҡҡа һуҙыла. Күптәр зәңгәр яғыулыҡ үткәнен йылға яҡын көтөргә мәжбүр. Шул уҡ ваҡытта йорт янынан газ торбалары үтеп тә өйгә индерергә ашыҡмаған хужалар ҙа байтаҡ. Был тигеҙһеҙлекте көйләү киләһе йылдарға ҡуйылған бурыстарҙың береһе.
Автор:Айнур Кәбиров.
Читайте нас: