Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Ғинуар 2021, 12:50
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ: Һаҡ булығыҙ – боҙбармаҡтар
Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре күп ҡатлы йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙ киҫәктәренән таҙартыу буйынса көсөргәнешле режимда эшләй. Һуңғы көндәрҙең аяҙ тороуына бәйле, баш ҡала урамдары буйлап йөрөү бер ни тиклем хәүеф тыуҙыра.
Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре күп ҡатлы йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙ киҫәктәренән таҙартыу буйынса көсөргәнешле режимда эшләй. Һуңғы көндәрҙең аяҙ тороуына бәйле, баш ҡала урамдары буйлап йөрөү бер ни тиклем хәүеф тыуҙыра.
Ҡайһы бер йорт, предприятие ҡыйыҡтарында ҙур боҙбармаҡтар барлыҡҡа килгән. Күп ҡатлы йорт ҡыйыҡтары менән бергә, ихата алдын таҙартыуға көн дә 800-ләп йыйыштырыусы, 100-ҙән ашыу берәмек техника йәлеп ителә. Шулай уҡ, берҙәм эштә идарасы компания хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша.
Боҙбармаҡтарҙы аҙым һайын осратырға мөмкин. Был йәһәттән халыҡтан уяулыҡ талап ителә. Хәүефле участкалар хаҡында торлаҡ хужалығы идаралығына, йә ашығыс хеҙмәткә 112 һаны буйынса шылтыратып хәбәр итергә кәрәк.
Ғөмүмән, йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан, боҙбармаҡтарҙан таҙартыу комплекслы алып барыла. Был тәңгәлдә, эштәрҙең ҡасан һәм ниндәй биләмәлә башҡарыласағы рәсми сайттар ҙа билдәләнгән. Өҫтәүенә, ике-өс көн алда йорт подъездарына, автомобилдәргә иғлан ҡалдырыла. Ләкин, битараф ҡалыусылар ҙа юҡ түгел.
Автор: Азат Ғәлиуллин.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?