Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Ғинуар 2021, 18:38

Ҡый сығарған өсөн хаҡ арта

#нацпроект

Ағымдағы йылдың 1 февралендә республикала сүп-сар сығарыу менән шөғөлләнгән 4 региональ операторҙың 3-һе тарифтарҙы арттыра. Ул БР-ҙың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты алдында 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем, йәғни “Ҡый” реформаһы башланғанға ҡәҙәр ҡаралған суммала тәшкил итәсәк.

- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы буйынса Волга буйы федераль округы араһында беҙҙең төбәктә сүп-сар сығарыу тарифы иң түбәне ине, - тип аңлатма бирә БР буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев. - Республика Башлығы тарафынан тәү сиратта ҡый сығарыу хеҙмәтен яйға һалыу, сифатын күтәреү бурысы ҡуйылды. Һуңынан ғына тарифты мөмкин булған кимәлгә тиклем күтәреү кәрәклеге әйтелде.

Ике йыл элек республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн талап ителгән 26 мең майҙансыҡтың 9 меңе генә булған. Йәғни, ҡала һәм райондарҙың 30 процентында бөтөнләй сүп-сар сығарыу системаһы эшләмәгән. Төбәктәрҙә 3 мең тирәһе рөхсәт ителмәгән ҡыйлыҡ булған. Ҡый сығарыу буйынса тарифтарҙың түбән булыуы төбәк операторҙарына үҫешергә – яңы полигондар, сорттарға айырыу пункттары төҙөргә мөмкинлек бирмәне. Сүп-сар эшкәртелергә тейеш булһа ла, былтыр уларҙың 26 проценты сортировкаланған, 2 проценты утилләштерелгән.

Бөгөн иһә был тәңгәлдә хәлдәр күпкә яҡшыраҡ. Республиканың 75 процент төбәге ҡый ташлау майҙансығы менән тәьмин ителгән. 1000-дән ашыу рөхсәтһеҙ ҡый түгеү урындары бөтөрөлгән. Һәр майҙансыҡ буйынса ҡаты коммуналь ҡый сығарыу системаһы яйға һалынған. Тарифтарҙы күтәреү көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын көйләргә, ҡыйҙарҙы айырып йыйыу, сортировкалау пункттарын төҙөү, ҡый ташыусы машиналарҙы яңыртыу мөмкинлеге бирәсәк.

Региональ операторҙар тарифтарҙың төрлөлөгөн уларҙың эш шарттарының айырмаһы менән аңлата. Эре ҡалаларҙы һәм алыҫта ятҡан ауылдарҙы хеҙмәтләндереү өсөн киткән сығымдар күпкә айырыла. Шул уҡ ваҡытта ҡыйҙарҙы сортировкалау һәм күмеү эштәрендә лә айырма бар.

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, Хөкүмәт һәм төбәк операторҙары алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн хаҡты арттырмаҫҡа килеште. Бынан тыш социаль яҡтан яҡланмаған ҡатлам кешеләре өсөн ташламалар булдырыу системаһын да булдырырға әйтелгән.

Лилиә ТАКАЕВА.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Читайте нас: