Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Ғинуар 2021, 14:23

Яҡташыбыҙҙың миҙалы табылған

Молдованың “Август” эҙәрмәндәр отряды “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы хужаһының туғандарын эҙләй.

Молдованың “Август” эҙәрмәндәр отряды “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы хужаһының туғандарын эҙләй. Ул Башҡорт АССР-ында 1923 йылда тыуған Миңлеғәле Заһит улы Заһиҙуллиндың наградаһы булып сыға һәм 2835283-сө һанлы номер менән теркәлгән. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ветеран Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән. Фронтта старшина хәрби званиеһында приборҙар буйынса мастер вазифаһында хеҙмәт итә. Миҙал Вулканештан ҡалаһында иҫке өйҙө емергән саҡта килеп сыға һәм ул Кишенев ҡалаһындағы “Ратная слава” музейына тапшырылған.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Читайте нас: