Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Ғинуар 2021, 18:15

Ҡыҙын, ҡатынын уттан сығарып өлгөрә, тик ...

Уттың ялы юҡ тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Көн һайын республикала янғын сығыу осраҡтары теркәлә, утта һәләк булыусылар һаны арта. Әбйәлил районының Үтәгән ауылында сыҡҡан янғында йәнә бер ирҙең ғүмере өҙөлә.

Иртә таң менән сыҡҡан янғында йорт хужаһы ҡатынын һәм ҡыҙын уятып, көслө уттан ҡотҡара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе сығып өлгөрмәй, янғында батырҙарса һәләк була. Бер нисә минут араһында ғаилә атайһыҙ, йортһоҙ тороп ҡала. Бөгөн бер нимәһеҙ ҡалған ғаилә мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Ил төкөрһә, күл була, ти халыҡ мәҡәле лә, әгәр ҙә ҡазаға тарыусы Мансуровтар ғаиләһенә ярҙам итергә теләүселәр булһа, түбәндәге счетҡа аҡса күсерергә мөмкин.

Мансуров Айсыуак Айратович
номер карты 4276 0600 2610 8806 сбер.
Номер телефона привязана к карте
89050030662
"Башҡортостан"
Фото асыҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: