Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Ғинуар 2021, 10:22

Социаль контракт: кемдәр өсөн тәғәйенләнгән?

2021 йылдан мохтаж ғаиләләр социаль контракт аҡсаһын шәхси хужалыҡ үҫеше өсөн файҙалана ала.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

2021 йылдан мохтаж ғаиләләр социаль контракт аҡсаһын шәхси хужалыҡ үҫеше өсөн файҙалана ала.
Был хаҡта “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы, ил Хөкүмәте ҡарарына һылтанма яһап, хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: социаль контракт – ул социаль яҡлау органдары һәм аҙ килемле ғаилә (йәки аҙ килемле граждан) араһындағы махсус килешеү.
Социаль контракт ярҙамында ҡайтанан белем алырға, квалификацияны күтәрергә, шәхси предприятие асырға, эшкә урынлашырға, ауыр тормош хәлендә ярҙам алырға мөмкин буласаҡ.
Был йүнәлеш буйынса аҡса бүлеү 2020 йылда башланғайны. 20-нән ашыу төбәк был ярҙамдан файҙаланды.
2021 йылдан барлыҡ төбәктәргә социаль контракт формаһында ярҙам күрһәтеү аҡса федераль бюджеттан бүленәсәк. Был маҡсаттар өсөн 26 миллард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. “Практика күрһәтеүенсә, социаль контракт матди хәлде яҡшыртырға, кешегә ауыр минутта ярҙам итергә, аяҡҡа баҫырға булышлыҡ итә”, – тип белдергән Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Михаил Мишустин.
Һәр граждандың, ғаиләләрҙең имен, яҡшы тормошо – ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: