Һаҡмар
+17 °С
Дождь
Антитеррор
Рәсми бүлек
12 Января 2021, 05:17
2020 йылда 50 мәҙәниәт учреждениеһы төҙөлдө һәм ремонтланды
2020 йылда федераль бюджет һәм БР бюджеты иҫәбенә 900 млн һумдан ашыу суммаға 50 мәҙәниәт учреждениеһы булдырылды һәм ремонтланды. Был турала БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин
2020 йылда федераль бюджет һәм БР бюджеты иҫәбенә 900 млн һумдан ашыу суммаға 50 мәҙәниәт учреждениеһы булдырылды һәм ремонтланды. Был турала БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.
«Был һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт объекттарының күрелмәгән һаны. Шул иҫәптән «Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты иҫәбенә 15 объектты, матди-техник базаны нығытыу линияһы буйынса 15 объектты, «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса 20 объектты ремонтланыҡ», -
тип белдерҙе Әминә Ивний ҡыҙы.
Ағымдағы йылда милли проектҡа бөтәһе 1 млрд 200 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Министр билдәләүенсә, йыл йомғаҡтары буйынса бөтә саралар ҙа үтәлгән, күрһәткестәр ирешелгән.
«Был саралар беҙгә 2 мәҙәниәт-күңел асыу учреждениеһын булдырырға, 18 учреждениены ремонтларға мөмкинлек бирҙе, 5 районды автоклубтар менән тәьмин иттек, 4 моделле китапхана, 3 виртуаль концерт залы, 6 заманса кинозал булдырҙыҡ. 14 балалар сәнғәт мәктәбен һәм 3 колледжды музыка инструменттары һәм йыһаздар менән тулыландырҙыҡ. 12 коммерция булмаған ойошмаға, 2 һәүәҫкәр ижад коллективына дәүләт ярҙамы күрһәтелде», - тине ул.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы:
https://culture.bashkortostan.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"