Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Ғинуар 2021, 18:50

Бөгөн генә өсөнсө кешенең ғүмере өҙөлдө...

...янғында.

Бер нисә сәғәт элек Стәрлетамаҡ районының Рязановка ауылында ағас йорт янып китә. Янғынды һүндергәндән һуң, 1949 йылғы ир кешенең кәүҙәһе табылған. Тикшереү эштәре бара.

Иртәнсәк Өфө ҡалаһының баҡсасылар ширҡәтендә янып көлгә әйләнгән өй урынында ике кешенең кәүҙәһе табылған ине.

Шулай уҡ Өфө ҡалаһының Ғафури урамындағы күп ҡатлы йорттағы бер фатирҙа ут сыға. Һөҙөмтәлә 1932 йылғы ҡатын зыян күрә. Ул дауаханаға оҙатыла.

Шулай уҡ Дәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылында сыҡҡан янғында ла 52 йәшлек бер ир кеше тән бешеүе ала. Тикшереү эштәре ҡуҙғатылған.

Сығанаҡ: МЧС РФ по РБ

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Читайте нас: