Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
24 Декабрь 2020, 23:33

Беҙҙең Рәмзәлиәгә ҙур награда

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте! Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров республикабыҙҙың бер төркөм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. 37 кеше орден-миҙалдарға, маҡтаулы исемдәргә һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
–Ҡәҙерле медицина хеҙмәткәрҙәре!
Йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итеп алығыҙ. Һеҙгә ысын күңелдән сәләмәтлек, именлек, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға бәхет теләйем! – тине ул сығышында... Һеҙҙең янығыҙҙан китке лә килмәй хатта. Сөнки үҙемде ысын һөнәрмәндәр, көслө кешеләр янында тоям... Һеҙгә һәм һеҙҙең менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәрегеҙгә, иптәштәрегеҙгә, табиптарға тағы ла бер тапҡыр оло рәхмәтемде еткерәм! Алда беҙҙе ябайҙан булмаған мәлдәр көтә. Әммә мин һеҙҙең ише кешеләр менән теләһә ҡайһы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырыбыҙға ныҡлы ышанам. Республикабыҙ халҡы исеменән һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм!
Наградланыусылар араһында беҙҙең Иҫке Сибай дауалау амбулаторияһының шәфҡәт туташы Рәмзәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы Кәримова ла бар! 30 йылдан ашыу бер урында эшләгән ханым бындай оло хөрмәткә күптән лайыҡ! Һөнәри оҫталығына үҙенең күңел йылыһын, ауырыуҙарға ҡарата иғтибарлы һәм ипле мөнәсәбәтен ҡушып, бар тырышлығын һалып эшләй ул.
Юғары наградаға – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлап, Рәмзәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, илһамлы хеҙмәт һәм тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ!
Мотал Рәмов.
Читайте нас: