Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Декабрь 2020, 11:10

Баймаҡта ла өйҙәр яна!

Бер аҙнала 3 йорт һәм 1 мунса юҡҡа сыҡты!

Уҙған аҙна янғын һүндереүселәр өсөн бик ҡыҙыу аҙна булды. Бер-бер артлы өйҙәр янды.
8 декабрҙә төнгө сәғәт 2-лә Ишмырҙа ауылында янғын сыға. Һөҙөмтәлә өс кеше: әсәһе һәм ике улы һәләк була. Тәүге фараздар буйынса иҫерек килеш тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү.
Ошо уҡ көндө Баймаҡ ҡалаһының Азанов урамында ла бер өй яна. Сәбәбе асыҡлана.
11 декабрҙә Ярат ауылында өйгә “ҡыҙыл әтәс” ҡуна. Тикшереү эштәре бара.
12 декабрҙә Баймаҡ ҡалаһының Сөләймәнов урамында, әлегә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, мунса янып китә.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: