Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
8 Декабря 2020, 04:55
Егеттәр ни өсөн Армияға бармай?
Планды үтәү өсөн тағы ла 400 егет етмәй.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 31 декабргә тиклем хәрби хеҙмәткә саҡырыу 100 процент үтәлергә тейеш, тигән бурыс ҡуйҙы. Хәрби комиссариаттан алынған мәғлүмәт буйынса, быйыл көҙ бөтәһе 24082 егет хәрби хеҙмәткә саҡырыу алған. Медицина тикшереүен үткән 183947 граждан “яраҡлы” тип табылған. Армия сафына баҫырға тейешле 2500-гә яҡын егет яҙғы саҡырыуҙан ҡасып ҡалған. Бөгөн уларҙың 30 проценты эҙләп табылған.
- Планды үтәү өсөн тағы ла 400 егет етмәй, - тине хәрби комиссар Михаил Блажевич. - Республиканың 12 районы саҡырыу нормаһын 70 процентҡа ла тултырмаған. 8 хәрби команда китә алмаған. Үҙәк штаб менән килешеү нигеҙендә, улар һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелегән.
Радий Хәбиров йыл аҙағына саҡырыу планы 100 процентҡа үтәлергә тейеш, тигән күрһәтмә бирҙе. Башҡортостан Башлығы Администрацияһы етәксеһе Александр Сидякинға был мәсьәлә буйынса ентекле шөғөлләнергә, кәрәк булған осраҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарын да йәлеп итергә ҡушты.
Фото:
duv-vest.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"