Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
4 Декабрь 2020, 12:27

Тик лайыҡлыларға ғына бирелә

Бөгөн район хакимиәтендә күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү тантанаһы булып үтте. Сараға йәмғеһе биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр саҡырылған ине.

Бөгөн район хакимиәтендә күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү тантанаһы булып үтте. Сараға йәмғеһе биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр саҡырылған ине. Ишмырҙа ауылынан биш бала әсәһе Айгөл Әфләтүнова урындағы мәктәптә иҙән йыуыусы булып эшләй. Оло ҡыҙы Айгизә Өфөлә йәшәй, Ғәзим улы Сибай педагогия колледжы студенты, Байрас Сибай гимназия-интернатында уҡый. Мираҫ әлегә мәктәп уҡыусыһы, ә кинйәләре Әғзәм балалар баҡсаһында йөрөй. Үрге Таулыҡай ауылынан Резида Исхакова “Колибри” ЯСЙ-һында тегенсе. Улы Илдус әрмелә хеҙмәт итә. Инсафтары Сибай һөнәри колледжында белем ала. Илмир, Гөлназ һәм Рәзинә – мәктәп уҡыусылары. Баймаҡтан Зинфира Ниғмәтуллина – алты бала әсәһе. Ҡыҙҙары Амилия, Йәсмин, Әҙәм һәм улы Әмин 5-се мәктәптә уҡый, Джамаль менән Хәдиджә өйҙә тәрбиәләнә. Сулпан Салихованың балалары үҫеп еткән. Илсөйәр менән Зилә яратҡан һөнәрҙәрен алып, үҙ аллы донъя көтәләр. Гөллирә – студент, Асия менән Гөлбикәнең береһе Баймаҡ лицей-интернатында, икенсеһе Таулыҡай мәктәбендә уҡый. Сосновканан Эльвира Солтанова ла алты бала тәрбиәләй. Айҙар, Эльвина, Илсаф, Розалина, Айлина, Илназ өсөн өлгөлө әсәй булып тора. Сөмбөл Туңғатарова ҡыҙҙары Русланаға, Динараға, Ринаға һәм улдары Родион менән Райманға лайыҡлы тәрбиә биреү өсөн барыһын да эшләргә әҙер тора. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ултырыштар залына килгән әсәләрҙе тәбрикләп: “Юғары награда алған әсәләрҙе тәбрикләгәндә үҙебеҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Һеҙҙең барығыҙҙың да һөйкөмлө ҡатындар, өлгөлө хужабикәләр, ҡәҙерле әсәйҙәр булыуығыҙға һис тә шигебеҙ юҡ”, -- тине һәм “Әсәлек даны” миҙалының барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырып үтте. Әле бындай баһаны 400-ләп әсә алып өлгөргән. Шулай уҡ пандемия менән бәйле булған яңы программаларҙың тормошҡа ашырылыуы тураһында бәйән итте. Һәм барлыҡ әсәләргә ныҡлы һаулыҡ теләне. Әсәләр миҙал менән бер рәттән гөлләмәләр ҙә алып һөйөндө. Был сәскәләр ҡыштың сатнама һыуыҡтарында бер мәлгә генә булһа ла йәй һулышын алып килгәндәй булды. Эльмира Кейекҡужина. Автор фотолары.
Читайте нас: