Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Ноябрь 2020, 11:35

"Удаленка" рәсмиләштерелде

Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа дистанцион эш тураһындағы законды ҡабул итте. Ул Хеҙмәт кодексына “ситтән тороп эшләү”, шулай уҡ “ваҡытлыса” һәм “ҡатнаш дистанцион эш” төшөнсәләре буйынса индерелә. Бынан ыры...

“Удаленка” рәсмиләштерелде
Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа дистанцион эш тураһындағы законды ҡабул итте. Ул Хеҙмәт кодексына “ситтән тороп эшләү”, шулай уҡ “ваҡытлыса” һәм “ҡатнаш дистанцион эш” төшөнсәләре буйынса индерелә.
Дистанцион эш – алыҫтан тороп, Интернет аша хеҙмәттәшлек итеү бурысын үтәүҙе күҙ уңында тота. Ҡатнаш эш офиста (эш урынында), шулай уҡ дистанцион хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙ эсенә ала. Закон буйынса хеҙмәткәрҙе “удаленка”ға ваҡытлыса күсереү ярты йылдан ваҡыт артмаҫҡа тейеш.
Бындай эшмәкәрлекте хеҙмәт килешеүе, йәки уға өҫтәмә килешеү нигеҙендә теркәргә мөмкин. Шулай уҡ дистанцион эшләү өсөн кәрәкле йыһаздар, ҡоролмалар, программалар менән дә тәьмин итеү һәм эш биреүсе тарафынан сығымдарҙы (Интернет өсөн түләүҙәр) кире ҡайтарыу шарттары ла күрһәтелергә тейеш.
Әгәр эш биреүсе хеҙмәткәрҙе ситтән тороп эшләү өсөн ҡоролмалар менән тәьмин итә алмаһа, йәки хеҙмәткәр үҙ эшенең үҙенсәлеге арҡаһында дистанцион рәүештә башҡара алмаһа, эшһеҙ тороу ваҡыты өсөн түләү Хеҙмәт кодексы нормалары буйынса башҡарылырға тейеш. “Удаленка” хеҙмәт хаҡын кәметеүгә сәбәп булып тора алмай.
Бынан тыш, закон эш биреүсе ғәҙәттән тыш хәлдәр булған осраҡта, уның ризалығынан тыш хеҙмәткәрҙе “удаленка”ға күсерергә хоҡуҡлы. Закон проекты нигеҙендә, хеҙмәткәр бер ниндәй сәбәпһеҙ ике эш көнө эш биреүсе менән бәйләнешкә сыҡмай икән, был уны эштән ҡыуырға, йәки хеҙмәт килешеүе өҙөүгә сәбәп булып тора.
Фотосығанаҡ: интернеттан алынды.
Читайте нас: