Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Ноябрь 2020, 00:43

Конкурс - “Мин халыҡ иҫәбен төшөрәм”

Рәсәйҙең бәләкәс граждандары халыҡ иҫәбе тураһында нимә белә һәм уны нисек күҙ алдына килтерә? Шуны асыҡлау өсөн Росстат улар өсөн махсус һүрәттәр конкурсын иғлан итте.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – 2020
Конкурс - “Мин халыҡ иҫәбен төшөрәм”
Рәсәйҙең бәләкәс граждандары халыҡ иҫәбе тураһында нимә белә һәм уны нисек күҙ алдына килтерә? Шуны асыҡлау өсөн Росстат улар өсөн махсус һүрәттәр конкурсын иғлан итте. Унда 7-12 йәшлек балалар ҡатнаша ала. Һүрәттәрҙә халыҡ иҫәбен алыуҙың нисек үтәсәген һынландырырға тейештәр. Мәҫәлән, ғаиләһенең халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан ваҡыты, иҫәп алыусыларҙы, дәүләт порталы аша үҙаллы һорауҙарға яуап биргән мәлде һүрәтләргә мөмкин. Бынан тыш халыҡ иҫәбен алыуҙың эмблемаһы һәм талисманы – ВиПиН-ды ҡуйып, үҙҙәре йәшәгән ҡала, ауылды, тирә-яҡ мөхитте лә төшөрөргә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, фантазияға ирек бирегеҙ.
Әйтергә кәрәк, был конкурс тәүгеһе түгел. “Илебеҙ – объективта” фотоконкурсында Рәсәйҙең 71 төбәгенән кеше ҡатнашҡан. Халыҡ иҫәбен алыу талисманы - ВиПиН ҡошсоғо төшкән фотография ҙур танылыу яулап өлгөрҙө лә инде. “Балалар конкурсында ла ВиПиН төп герой булып тороуына ышанам,” – ти Росстат башлығы урынбаҫары Павел Смелов.
Конкурста ҡатнашыу өсөн https://www.strana2020.ru сайтында теркәлеп, телефон номерын күрһәтеп, тейешле форманы тултырырға кәрәк. Һеҙгә ҡатнашыуҙы раҫлаған смс-хәбәр киләсәк.
Конкурс өсөн эште төҫлө ҡәләмдәр, буяуҙар менән төшөрөргә мөмкин. Һуңынан уларҙы фотоға төшөрөп, “Instagram” социаль селтәренә @strana2020 аккаунты һәм #ярисуюперепись хэштеге менән һалырға кәрәк. Һүрәттәрҙе 2020 йылдың 16 мартынан алып 2021 йылдың 1 мартына тиклем ебәрергә мөмкин. “Instagram” башҡалар өсөн дә асыҡ булырға тейеш. Хештег аша башҡа эштәрҙе лә табырға мөмкин.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сайтында конкурс буйынса яңылыҡтар баҫылып барасаҡ. Иң әүҙемдәрҙе приздар көтә.
Еңеүселәр ике этапта билдәләнә. Тәүгеһе 2021 йылдың 3-15 мартта барасаҡ. Бында “лайк”тар йыйырға кәрәк буласаҡ. Уның һөҙөмтәһе буйынса эштәрҙе артабан эксперттар баһалаясаҡ.
Еңеүселәр 4 премияла билдәләнәсәк. Уларҙың икәүһе – 7-9 йәштәге һәм тағы ла икәүһе 10-12 йәштәге балалар өсөн биреләсәк.
Конкурстың һөҙөмтәһе Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һәм “Комсомольская правда” нәшриәт йортоноң сайттарында баҫыласаҡ. Шулай уҡ ул Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың рәсми сайтына һәм түбәндәге социаль селтәрҙәргә ҡуйыласаҡ: https://vk.com/strana2020, https://www.facebook.com/strana2020, https://ok.ru/strana2020, https://www.instagram.com/strana2020.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылдың 1-30 апрелендә үтәсәк. Унда һанлы технология ҡулланыласаҡ. Шулай уҡ һәр кем Дәүләт порталы (Gosuslugi.ru) аша электрон халыҡ иҫәбен алыу бланкыһын үҙаллы тултыра ала. Иҫәп алыусылар махсус программалар индерелгән планшеттар менән тәьмин ителәсәк. Иҫәп алыу участкаларында, күп функциялы үҙәктәрҙә лә һорауҙарға яуап бирергә мөмкин.
Автор: Лилиә ТАКАЕВА.
Читайте нас: