Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Ноябрь 2020, 01:10

Ҡаҙаныштары өсөн - орден!

Баймаҡ ДОСААФ-ына юғары награда тапшырылды.

ДОСААФ-тың Башҡортостан Республикаһы буйынса Баймаҡ районы бүлексәһе водителдәр әҙерләү буйынса уңышлы эшләй. Йылдан-йыл водитель таныҡлығы алырға теләүселәр арта ғына бара. Ошо тәңгәлдә Рөстәм Нәбиуллин етәкселегендәге Баймаҡ ДОСААФ-ы коллективы маҡсатлы эш алып бара. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе Игорь Нуриман улы Нурмөхәмәтов Рәсәй ДОСААФ-ы исеменән Рөстәм Нәбиуллинға III дәрәжә “Ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләне. “Был һис шикһеҙ беҙҙең коллективтың ҡаҙанышы. Бындай юғары наградаға һөнәри оҫталыҡ, яуаплылыҡ, патриотизм йүнәлешендә алып барған эштәр арҡаһында өлгәштек”, - тине Рөстәм Радик улы.
Афарин, баймаҡтар! Һеҙҙе оло наградағыҙ менән ҡотлап, тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас: