Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Октябрь 2020, 18:00

ЯҢЫ ЗАКОНҒА - АЛТЫ ҺОРАУ

Ағымдағы йылдың октябре аҙағында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ерҙе файҙаланыуҙың яңы ҡағиҙәләре тураһында закон ҡабул итәсәк. Был хаҡта бик күп хәбәр таралһа ла, яңы закондың нисек эшләйәсәге тураһында күп нәмә аңлашылып етмәй. Беҙ яңы реформа нескәлектәрен аңларға тырыштыҡ...

Яңы законға – алты һорау

Ағымдағы йылдың октябре аҙағында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ерҙе файҙаланыуҙың яңы ҡағиҙәләре тураһында закон ҡабул итәсәк. Был хаҡта бик күп хәбәр таралһа ла, яңы закондың нисек эшләйәсәге тураһында күп нәмә аңлашылып етмәй. Беҙ яңы реформа нескәлектәрен аңларға тырыштыҡ.

Һүҙ ниндәй ер тураһында бара?

Һәр ер участкаһының үҙ хужаһы бар. Мәҫәлән, бар урман Рәсәй Федерацияһыныҡы булып һанала. Әгәр һеҙ ҡала ситендә ер бүлеме алһағыҙ – ул тик һеҙҙең шәхси милкегеҙ һәм бер кем дә уға тейергә тейеш түгел. Республика йәки конкрет ҡала һәм райондыҡы булған ерҙәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта “милек хоҡуғы сикләнмәгән” ерҙәр ҙә бар. Был нимәне аңлата? Тимәк, ер участкаһы дәүләттеке, тик ул шәхсән бер кемдеке лә түгел. Башҡортостанда бындай ер бик күп икән йәғни республиканың урман булмаған өлөшөнөң 90 проценты. Яңы законда тик ошо ерҙәр хаҡында һүҙ бара. Дәүләттеке булып һаналған, әммә милек хоҡуғы булмаған ер участкалары тураһында.

Хәҙерге ҡағиҙәләрҙең нимәһе насар?

Хәҙерге ваҡытта милек хоҡуғы булмаған ерҙәр урындағы хакимиәттәр ҡарамағында. Бының ыңғай ҙа, кире яҡтары ла бар. Ыңғай яҡтан – урындағы власть халыҡтың ихтыяжын яҡшы белә һәм, мәҫәлән, торлаҡ йорттар ҡалҡа торған йәки быуаттар дауамында көтөү йөрөгән ерҙе улар нефть торбаларын һуҙыу өсөн бирмәйәсәк. Кире яғы – ерҙе рәсмиләштереү ҡағиҙәләре төрлө ерҙә төрлөсә. Ҡайһы бер хакимиәткә – 15, икенсеһенә 20 документ йыйырға, бер районда ҡарар ҡабул итеүҙәрен – бер ай, икенсеһендә өс ай көтөргә кәрәк. Кешеләр ҡайһы саҡта йылдар дауамында ер бүлеме ала алмай.

Яңыса нисек буласаҡ?

Яңы закон буйынса бар республикала ер биреүҙең берҙәм тәртибе буласаҡ. Барыһы өсөн дөйөм һәм ҡыҫҡа документтар теҙмәһе ҡабул ителәсәк. Шунан артыҡ документты бер кем талап итә алмаясаҡ. Ер бүлеү 10 көн эсендә хәл ителергә тейеш. Кешегә ҡарап ер бүлеү күренеше лә булмаясаҡ. Киҫкен мәсьәләләр мотлаҡ район хакимиәте башлығы менән бергә хәл ителәсәк. Башлыҡтарҙың ниндәйҙер ер бүлемен биреүҙе тыйыу хоҡуғы буласаҡ. Сөнки нәҡ район хакимиәте башлыҡтары кешеләрҙең проблемалары менән яҡшы һәм яҡындан таныш. Шуға күрә кисә генә көтөү йөрөгән ерҙә ниндәйҙер фабриканың ҡалҡып сығыуы мөмкин түгел.

Ер участкаһын алыу өсөн – Өфөгәме?

Юҡ, ер алыу өсөн ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса идаралыҡҡа мөрәжәғәт итеп йә күп функциялы үҙәк, шулай уҡ “Гоуслуги” порталына мөрәжәғәт итергә генә кәрәк буласаҡ. Тимәк, участок алыу өсөн ғаризаны өйҙән сыҡмайынса ғына ла бирергә мөмкин. Мәҫәлән, һеҙ республиканың икенсе районында ер бүлеме алырға уйланығыҙ. Бар документтарығыҙҙы онлайн ебәрҙегеҙ һәм 10 көндән яуап та алдығыҙ.

Мәғлүмәтте ҡайҙан алырға?

Хужаһыҙ ер бүлемдәре тураһында мәғлүмәт таблица формаһына йыйыла башланы. Тиҙҙән уның менән БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәр министрлығының сайтында танышып буласаҡ. Таблица әҙер булыу менән һеҙгә был мәғлүмәтте еткерәсәкбеҙ. Буш ер бүлемдәре теҙмәһе яңыртылып торасаҡ.

Нимәһе менән отошло?

Бюрократия булмаясаҡ. Кешеләр ғәҙел һәм аңлайышлы ҡағиҙәләр буйынса 10 көн эсендә ер бүлеме алыу мәсьәләһен хәл итә аласаҡ.

Республика буш ятҡан ерҙәрҙе әйләнешкә индерәсәк, ә был – бизнес үҫеше, өҫтәмә эш урындары, йәш ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү. Ерҙе һатыуҙан, ҡуртымға биреүҙән килгән аҡса ҡала, райондарҙың бюджетында ҡала. Республика был аҡсаның бер тиненә лә теймәй.

Читайте нас: