Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Октябрь 2020, 22:52

Республика Башлығының вәғәҙәләре үтәлерме?

Баймаҡ районында ҡаралған объекттар төҙөлөрмө? Улар өсөн кем яуаплы?

Баймаҡта йыл әйләнәһенә балалар лагеры эшләйәсәк. Был хаҡта 21 октябрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Ул Баймаҡ районын социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре буйынса БР Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәләренең үтәлешен тикшерҙе.
Баймаҡ районынының Граф күлендә йыл әйләнәһенә этнография йүнәлешендә эшләгән балалар лагеры төҙөү ҡарала. Темәс ауылындағы Ҡарағайлы йылғаһы аша һалынған күперҙе лә реконструкциялау күҙаллана. Шулай уҡ Темәстә йөҙөү бассейны менән физкультура-һауыҡтырыу комплексы ла төҙөү ҡарала. Баймаҡта иһә балалар поликлиникаһы һәм Боҙ һарайы төҙөү буйынса эштәр алып барыла. Был объекттарҙы киләһе йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Андрей Назаров Иҫке Сибай ауылында һалына башлаған мәктәптең эш барышы менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе һәм генподрядсыларҙы ҡаты тәнҡитләне. Эш барышын етди контролгә алыу кәрәклеген белдерҙе. Бүленгән аҡса үҙләштерелмәгән осраҡта, киләһе йылға лимит күләменең кәметеләсәген белдерҙе.
- Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәләре һәм бирелгән вәғәҙәләр ваҡытында үтәлергә тейеш, - тине Андрей Назаров.
Читайте нас: